Бөгөн, 20 декабрҙә, 19.00 сәғәттә 2023 йылда Башҡортостан бюджеты темаһына махсус брифинг ойошторола.
Брифингта “Бюджет аҡсаһы республикала нисек һәм нимәгә бүленәсәк? Ресурстар сикле булғанда иң мөһим нәмәне нисек һайларға?”, “2023 йылға Башҡортостан бюджеты күпме тәшкил итә? Ул нисек тулылана?” һ.б. һорауҙар яңғыраясаҡ.
Спикерҙар – Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова һәм саҡырылған башҡа эксперттар.
Трансляцияны ҡайҙан ҡарарға?
- Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм телеканалдың социаль селтәрҙәрендә тура эфирҙа;
- Башҡортостан Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәрендә;
- Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә;
- Аңлатабыҙ. Башҡортостан сәхифәләрендә.