Бөгөн Совет майҙанынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө доброволецтар батальоны егеттәрен оҙаттылар. Был сарала Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Тимерйән Рәжәпов тә ҡатнашты һәм үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Беҙ бөгөн фронтҡа үҙебеҙҙең Салауат Юлаев батальонын оҙатабыҙ. Мин ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Башҡортостандан өсөнсө батальон фронтҡа китә, беренсеһе Шайморатов исемендә ине, икенсеһе – достоваловсылар һәм бына өсөнсөһө Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Мин егеттәргә имен-аман хеҙмәт итеп, тере ҡайтыуҙарын теләйем. Һуғыш булғас, төрлө хәлдәр була, шуға үҙҙәрен ҡарап ҡына йөрөһөндәр. Туғандары һәм Башҡортостан данын төшөрмәһендәр тип әйткем килә, – тине ул.
Фото: "Башинформ".