Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 13:43

Хыялдары яҡты, маҡсаттары аныҡ

шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты студенты Наҙгөл Исхаҡова – Баймаҡ ҡыҙы. Атаһы Заһир Фәтих улы менән әсәһе Дилә Әҙеһәм ҡыҙы – икеһе лә уҡытыусылар. Нурия исемле һеңлеһе бар. Наҙгөл Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се мәктәпте тамамлағандан һуң әлеге уҡыу йортоноң башҡорт-инглиз бүлегенә ҙур теләк менән уҡырға ингән.

Мәктәпте алтын миҙалға тамам­лаған ҡыҙ әле лә уҡыуҙа алдынғылар рәтендә, шулай уҡ студент тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Мәктәп йылдарында Радик Бакиров етәкселе­гендәге “Саптар” өлгөлө бейеү ансам­блендә бер нисә йыл шөғөлләнгән, ирекмән булараҡ та әүҙемлеге менән айырылып торған.

– Уҡыу, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барыу дәрт-дарман өҫтәй. Уҙып барған йыл минең өсөн иҫтәлекле булды. Ике йыл рәттән факультеттың мәҙәни саралар ойоштороу секторы эшен алып барам. Әлбиттә, был вазифаны уҡыу менән бергә алып барыу мәшәҡәтлерәк булһа ла, факультет етәкселегенең ышанысын аҡларға тейешмен тигән маҡсатта студенттарҙың мәҙәни тормошон ойоштороуға көсөм­дө йәллә­мәйем, – ти Наҙгөл. – Еңеүҙәр, алдынғы урындар яулап, эшебеҙҙең емештәрен татып ҡыуанабыҙ. Быйылғы иң иҫтәлекле ваҡиға – Бөтә Рәсәй “Студент яҙы-2022” конкурсының төбәк этабында республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары араһында факульте­тыбыҙ менән өсөнсө урынды яулау. Айырым бейеүҙәребеҙ, вокаль сығыш­тарыбыҙ беренсе һәм икенсе урын­дар­ға лайыҡ булды. Икенсенән, Баш­ҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә, үҫ­тереүгә, һаҡлауға һәм таратыуға ин­дергән өлөшөм, йәмәғәт эшмәкәрле­гем өсөн Башҡортостандың халыҡ ша­ғиры Рауил Бикбаев исемендәге сти­пендияға лайыҡ булдым. Өсөнсө­нән, октябрҙә Мостай Кәрим исемен­дәге грантты яулауым да иҫтәлекле, шат­лыҡлы көндәремдең береһе булды.

Наҙгөл Исхаҡова студенттарҙың уҡыуҙағы һәм йәмәғәт тормошондағы эшмәкәрлеген лайыҡлы баһалаған факультет етәкселегенә, һәр студентҡа ҡарата әсәләрсә хәстәрлек күрһәткән остаз һәм декан Гөлфирә Риф ҡыҙына, уҡытыусыларына оло рәхмәт белдерҙе.

Киләсәккә хыялдары яҡты, маҡсат­тары аныҡ тырыш ҡыҙҙың. “Тырышып уҡыу менән бер рәттән факуль­теты­быҙҙа күптән түгел барлыҡҡа килгән “Йәшлек” бейеү ансамблен әүҙем­ләш­те­реү бурысы тора. Шулай уҡ шәхсән үҙем “Сикварули” кавказ бейеүҙәре ансамблендә һәм “Йәнгүзәл” этно-фольклор төркөмөндә шөғөлләнеүемде дауам итәсәкмен. Иң мөһиме – имтихандарҙы уңышлы тапшырыу, диплом эше яҙыу, уны уңышлы яҡлап, ошо уҡ факультеттың магистрату­раһына уҡырға инеү”, – тип уй-ниәте менән уртаҡлашты ул.

Әйткәндәй, Наҙгөл уҡытыусылар династияһын лайыҡлы дауам итә. Атаһы – инглиз, әсәһе башҡорт теленән балаларға ике тиҫтә йылдан ашыу белем бирә. Атаһы яғынан ҡартәсәһе ме­нән ҡартатаһы Асия һәм Фәтих Исха­ҡовтар ҙа, Башҡорт дәүләт универси­тетының филология факультетында белем алып, бөтә ғүмерен уҡытыусы хеҙмәтенә арнаған. Улар, үҙ заманында Әхмәт Сөләймәнов, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Риф Мифтахов кеүек күренекле шәхестәр менән бер төркөмдә белем алып, артабан да аралашып йәшәгән. “Телгә һөйөүем нәҫелемдән киләлер, тип уйлайым. Киләсәктә бер нисә сит телде өйрәнеү теләге лә бар”, – ти Наҙгөл.

– Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, шатлыҡтар ғына кисереп йәшәргә яҙһын! Һәр көнөгөҙҙән көс-дәрт алып, ҡыуаныс-мөхәббәткә сорналып ғүмер итегеҙ. Донъябыҙ изге­леккә өлгәшеп, бар ерҙә лә тыныслыҡ урынлашһын, – тип яңы 2023 йыл айҡанлы ихлас, изге теләктәрен дә еткерҙе ул.

Читайте нас: