Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 14:55

Илһөйәрлек тәрбиәләй

Быйыл йәй Шишмә районының Алкин-2 ҡасабаһында ойошторолған “Медиа геройҙар уҙышы” Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе булған “Патриот” хәрби-патриотик паркында уҙғарылды.

Әйткәндәй, илебеҙҙә “Геройҙар уҙыштары” махсус подразделениелар хәрбиҙәре өсөн һынауҙар нигеҙендә ойошторолған беренсе спорт сараһы булды. Башҡортостанда “Патриот” паркы республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килде. Уның базаһында “Авангард” йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү уҡыу-методик үҙәге лә эшләй. Ярыштарҙа ҡатнашҡандарға ҡаршылыҡтар һыҙаты, һыу юлдары, текә стеналар, ҡоймалар, туннелдәр, канаттар, траншеялар һәм башҡалар аша үтеү талап ителде. Шул уҡ ваҡытта бын­дағы тәбиғи рельеф та  файҙаланылды. 

Шуныһы үҙенсәлекле: Шишмә райо­нының Алкин-2 ҡасабаһындағы сарала ҡатнашҡан командалар араһында “Баш­ҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәренең төркөмө лә бар ине. Ул бер ойошма хеҙмәткәрҙәренән торған берҙән-бер команда булды. Капитаны – баҫманың баш мөхәррире, республиканың Журналистар союзы рәйесе, Башҡортос­тандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов. Шулай итеп, Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн “Медиа геройҙар уҙышы” Башҡортос­тандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм республиканың Спорт министрлығы ярҙамында уҙға­рылды. Журналистар иҫ киткес ғәжәйеп көс һәм таһыллыҡ талап иткән ярыш­тарҙа үҙҙәренең командаһының, кол­лективының берҙәм, татыу икәнлеген күрһәтте.

Алдынғы теле-, радиоканалдар, мат­бу­ғат баҫмалары, интернет киңлеге лидерҙары, блогерҙар – барыһы ла ҡар­шылыҡтарҙан торған трассаны үтеү өсөн йыйылды. “Медиа геройҙар уҙышы”н­да еңелеүселәр булманы: үҙен еңеп, төрлө ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмай стартҡа сыҡҡан һәр кем еңеүсе ине. Сараның төп маҡсаты ла – спортты, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау.

Физкультурниктар көнөндә “Патриот” паркында үткәрелгән сираттағы ярыш­тарҙа республиканың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренән тупланған 107 команда  үҙ көсөн һынаны, шул иҫәптән – Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән, республика Хөкүмәтенән, министрлыҡ­тар һәм муни­ципалитеттарҙан.

 Шишмә районындағы “Патриот” паркында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка йәйге Шайморатов уйындары ла үткәрелде. Унда республика мәктәптә­рендәге Шайморатов кластары уҡыу­сылары көс һынашты. Улар ике кило­метрлыҡ арауыҡта 14 ҡаршылыҡ аша үтте.

Бындай спорт саралары һәр кемде сәләмәт тормош алып барыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә генә өндәп ҡалмай, илһөйәрлек тә тәрбиәләй.

Читайте нас: