Илсур Ильясов һуңғы ваҡытта башҡортса бейеүҙән һинд бейеүенә күсеп китте. Күрәһең, һинд йыр-бейеүҙәренә, йырлап-бейегән һинд актерҙарына ғашиҡтыр һәм үҙен йә Мидхун Чакраборти, йә Амитабх Баччан итеп тоя. Үҙе лә, ҡатыны менән бергә лә бейегән видеояҙмалары күбәйҙе.
"Беҙ һинд бейеүен бейеп күрһәтәбеҙ. Бер ваҡытта ла индийский бейеүҙе бейегән юҡ ине. Уйламағанда ғына бер бейегәйнек, һеҙгә оҡшап ҡалды. Нисек килеп сығыр инде... Килештермәһәк, үпкәләп ҡуймағыҙ. Бер нисә тапҡыр бейегәс, һәйбәт килеп сыға башлар ул, шунда уҡ барыһы ла яҡшы булмай ҙа инде", - ти ул алдан уҡ ғәфү үтенеп.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара, тиҙәр. Кешенең яратҡан шөғөлө булыу һәйбәт инде. Ҡышҡы оҙон кистәрҙе ошолай күңелле итеп үткәрә белә беҙҙең Майикмәк.
Фото: ye102.ru