Тәтешле районының Шулған ауылында йәшәгән хеҙмәт алдынғыһы, “Крупская” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Фәдис Солтангәрәев өсөн ошо йыл уңыштарға бай булды. Күптән түгел ул оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, династия булараҡ та Солтангәрәевтәр нәҫеле быйыл республика кимәлендә юғары баһаланған.
– Игенселек өсөн йыл яҡшы килде. Бындай уңыш бик һирәк була. Яңы йыл да тик яҡшылыҡ килтерһен, илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, баҫыуҙарҙа алдағы йылда ла мул уңыш үҫтерергә яҙһын, – тип иң элек хеҙмәте хаҡында һүҙ башланы Фәдис Фәйзелхаҡ улы.
Ялан батыры күптән инде үҙен республиканың алдынғы механизаторы итеп танытҡан. 2020 йылда уңыш йыйыуҙағы юғары һөҙөмтәләре өсөн “Туңға һөрөүҙә иң яҡшы механизатор” номинацияһында еңеү яулап, LADA NIVA автомобиле менән бүләкләнеүе лә уның эшкә мөнәсәбәте тураһында һөйләй.
Механизаторлыҡ – Солтангәрәевтәрҙә нәҫелдән. Заманында, ауыр һуғыш йылдарында, унан һуңғы осорҙа өләсәһе лә тракторсы булып эшләгән. Нескә күңелле заттан булһа ла, ауыр эштә һынатмаған.
Фәдистең атаһы Фәйзелхаҡ Лотфирахман улы ла барлыҡ ғүмерен ошо һөнәргә арнаған. Ул да, ауылында төпләнеп, 40 йылға яҡын тракторҙа эшләгән. Армиянан ҡайтҡас та техникаға ултыра һәм пенсияға сыҡҡансы ошо эште башҡара. Тырматыу, культивациялау, сәсеү, туңға һөрөү кеүек эштәрҙең барыһының да нескәлеген төптән белә. Үҙ һөнәренең юғалып ҡалмайынса, артабанғы быуында дауам итеүе лә уның өсөн ғорурлыҡ.
Фәдис, бала сағында атаһы эргәһендә ултырып йөрөп, ошо һөнәр менән ҡыҙыҡһынып китә. Армияға тиклем үк комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй.
Хәҙер инде үҙенең улы Фидан да техникала уң ҡулы.
– Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ: техниканы белеү донъя көткәндә тик файҙаға. Фидан улым әле һигеҙенсе класта ғына уҡыһа ла, үҙебеҙҙең шәхси “Беларусь” тракторын йөрөтөргә өйрәнде. Киләсәктә минең юлымды һайлап, һөнәрен техникаға бәйләһә, һис ҡаршы килмәҫ, хуплар ғына инем, – тине Фәдис.
Ике тиҫтә йыллап хеҙмәт тәжрибәһе булған механизатор үҙ һөнәренең оҫтаһы ғына түгел, яҡшы ғаилә башлығы булыуы менән дә һоҡландырҙы. Тормош иптәше менән улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Ауылда йорт һалыуҙа ла күмәк балалы ғаилә дәүләт ярҙамынан файҙаланған.
100-ҙән ашыу династия ҡатнашҡан “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” республика конкурсы Солтангәрәевтәр кеүек хеҙмәт кешеләрен ҙурлау, династияларҙың мәртәбәһен күтәреү маҡсатын ҡуйҙы.
Еңеүселәрҙе тәбрикләүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы ла һөнәр оҫталарына ихтирам билдәһен сағылдырҙы.
– Хеҙмәт династиялары – ниндәйҙер тармаҡтың ғына түгел, илебеҙҙең, республикабыҙҙың нигеҙе. Һөнәри белем биреүҙе яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары булдырыу һәм Хеҙмәт династиялары йылында төрлө һөнәр вәкилдәрен тәбрикләү – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Һәр династияның үҙ тарихы бар, уларҙың барыһын да эшкә яуаплы мөнәсәбәт, үҙ хеҙмәте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо берләштерә, – тине ул сығышында.
Шул уҡ көндә Өфөлә 2023–2025 йылдарға Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Профсоюздар федерацияһы һәм төбәктең эш биреүселәр берекмәләре араһында социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу сараһы ла ҙур әһәмиәткә эйә булды. Республика килешеүенә 10 яңы пункт өҫтәлде. Ул үҙенә байтаҡ йөкләмәне индерҙе, шул иҫәптән лайыҡлы хеҙмәткә хоҡуҡты тәьмин итеү, тотороҡло мәшғүллек, эш урындарының хәүефһеҙлеге, һөнәри үҫеш мөмкинлеген киңәйтеү, хеҙмәткәрҙәрҙең, уларҙың ғаиләләренең көнкүреш кимәлен күтәреү.
Хеҙмәт кешеһен ҙурлағанда хеҙмәткәр ҙә эшенең яуаплылығын аңлап, тырышлығын һалып башҡара.