Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 13:33

Улар – 40 балаға әсәй һәм атай

vk.com
Фото:vk.com

Краснокама районынан Гөлсирен Дербенева менән Айыс Маликов – 40 балаға әсәй һәм атай. Улар ғаилә ҡорғанда һәр береһенең тәүге никахтан өсәр балаһы була. Һуңынан улар биш баланы уллыҡҡа, шулай уҡ тағы ла 29 баланы тәрбиәгә ала. Был ғаилә – республикабыҙҙа иң ҙурҙарҙың береһе.

Гөлсирен Фәйзулла ҡыҙы, ғаилә усағын һаҡлаусы булараҡ, йортта уңайлы шарттар тыуҙыра, һәр балаһын йылылыҡ, хәстәрлек менән ҡарай. Шулай уҡ ул ифрат оҫта хужабикә лә: ҡыҙҙарын ҡул эшенә, аш-һыу әҙерләргә, сәскә, йәшелсә үҫтерергә өйрәтә.

Ғаилә башлығы Айыс Нәзиф улы күп балалы ғаиләһе өсөн иркен йорт төҙөгән. Ул балалар менән бергә умартасылыҡ, балта эше менән булыша, мал-тыуар, йылҡы аҫрай.

Малайҙар – спорт секцияларына, ҡыҙҙар бейеү һәм вокал түңәрәк­тәренә йөрөй. Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Ҡаҙаныштар иҫәбендә – маҡтау грамоталары, дипломдар, миҙалдар. Былтыр улар Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының республика этабында “Ҙур ғаилә” номинация­һында еңеүгә өлгәшкән. Быйыл иһә үҙҙәренә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды.

Дербенев-Маликовтар ғаиләһе – күп милләтле. Унда урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, мариҙар, сыуаштар тәрбиәләнә. Ата-әсәнең оло ҡаҙанышы — улар балаларҙа төрлө халыҡтарҙың йолаларына хөрмәт тәрбиәләй.

Читайте нас: