Бөгөн Өфөлә башҡорт һәм татар телдәрендә нәшер ителгән республика баҫмалары журналистары өсөн семинар үтте. Бындай йыйындар Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто тарафынан даими үткәрелеп килде, тик һуңғы ике йылдағы коронавирус пандемияһына бәйле хәл-торош арҡаһында бер аҙ сикләүҙәр булды.
“Беҙ эште ҡайтанан тергеҙеүҙе, ҡәләмдәштәргә үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге булдырыуҙы планға алдыҡ. Киләһе йылда журналистарҙың Үҙәк һәм Көньяҡ район-ара ижади берләшмәләре нигеҙендә осрашыуҙар үткәрергә уйлайбыҙ. Заман менән бергә журналистика, матбуғат теле лә үҙгәреш кисерә. Шуға күрә ошондай шарттарҙа тел таҙалығына өлгәшеү, үҙ-ара килешеп, кәңәшләшеп эшләү өсөн аралашыуҙар, әлеге ише уҡыуҙар бик мөһим”, - тип билдәләне үҙ сығышында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов.
“Кызыл таң” гәзитенең программалау администраторы Азамат Абдрафиҡов гәзиттәрҙең социаль селтәрҙәге төркөмдәрен, сайттарын үҫтереү, халыҡҡа киңерәк танытыу алымдары тураһында һөйләне. Ул биргән ғәмәли кәңәштәр күптәр өсөн урынлы, кәрәкле булды.
Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары Луиза Кирәева гәзиттәрҙәге тел таҙалығы, орфография һәм стилистикаға ҡағылышлы хаталар, телмәр төҙөклөгө тураһында сығыш яһаны. Улар йыш осраған хаталарҙы миҫал итеп килтерҙе, башҡорт теленең ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө.
Шулай уҡ сығыш яһаусылар һәм семинарҙа ҡатнашҡан журналистар был йәһәттән аныҡ ҡына килешелмәгән осраҡтарҙың булыуы, рус һәм сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе тәржемә итеүҙә ҡатмарлыҡтарға осрауы тураһында ла әйтте. Мәҫәлән, бәғзе бер редакциялар “яугирҙАр” тип яҙһа, икенселәре “яугирҙӘр” тип алыуҙы хуп күрә. Бындай миҫалдар ярайһы уҡ күп килтерелде. Шуға күрә журналистар ошондай осраҡтар өсөн электрон йәки баҫма алымдағы ҡулланма булдырыу зарурлығын әйтте. Семинарҙы ойоштороусылар был тәҡдимде мотлаҡ иҫәпкә аласағы хаҡында әйтте.
Семинарҙа шулай уҡ интернеттағы яҙмаларҙы ҡыҙыҡлы, уҡымлы итеү алымдары, төрлө шәхестәр менән әңгәмәләр ойоштороу, уларҙы гәзит уҡыусы өсөн яңы яҡтан асыу нескәлектәре тураһында ла һүҙ барҙы. Райондарҙан килгән хеҙмәттәштәр бындай сараларҙың кәрәкле булыуын айырып әйтте, шулай уҡ алдағы йылдарҙағы тәжрибәне тергеҙеп, һәр гәзиткә ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау, эшмәкәрлекте баһалау, аныҡ хаталарҙы күрһәтеү зарурлығын да билдәләне.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.