Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2022, 21:45

Башҡортостан мәктәптәренә – 56 яңы автобус

Был мөһим эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, тине республика Башлығы.

Башҡортостан мәктәптәренә – 56 яңы автобус
Башҡортостан мәктәптәренә – 56 яңы автобус

"Өфө-Арена" комплексы алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарына 56 яңы автобустың асҡыстарын тапшырҙы.

– Етеп килгән Яңы йыл менән! Был осорҙо татыу үттек һәм бергәләп бөтә һынауҙарҙы ла еңеп сығырбыҙ, — тине Радий Хәбиров. – Мәктәп автобустарын яңыларына алмаштырыу менән системалы шөғөлләнәбеҙ. Башҡортостандың бар райондарында һәм ҡалаларында күп балалар өсөн яңы көн мәктәп автобусында йөрөүҙән башлана. Уларҙың заманса автобустарҙа йөрөүе, ә ата-әсәләрҙең балаларының именлеге өсөн борсолмауы мөһим. Бөгөн водителдәргә аварияһыҙ йөрөгәндәре, иғтибарҙары өсөн рәхмәт белдерәм.

Ун йылдан ашыу ҡулланылған автобустарҙы тулыһынса тиерлек яңыларға алмаштырҙыҡ. Был мөһим эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Мәктәп директорҙарына уңышлы эш һәм сәләмәтлек теләйем. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына ла рәхмәт белдерәм. Федераль бюджет иҫәбенә алған автобустар һаны буйынса илдә беренсе урынды биләйбеҙ, – тине тантаналағы сығышында төбәк Башлығы.

Ул был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә лә яҙҙы. "Һуңғы өс йылда бөтәһе 378 автобус һатып алдыҡ, 112-һе – республика бюджеты, 266-һы – федераль ярҙам иҫәбенә.
Киләһе йылдың беренсе кварталында тағы ла 45 яңы автобус көтәбеҙ, улар федераль бюджет иҫәбенә һатып алына", – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: glavarb.ru, vk.com/radiyhabirov

Башҡортостан мәктәптәренә – 56 яңы автобус
Башҡортостан мәктәптәренә – 56 яңы автобус
Башҡортостан мәктәптәренә – 56 яңы автобус
Башҡортостан мәктәптәренә – 56 яңы автобус
Башҡортостан мәктәптәренә – 56 яңы автобус
Башҡортостан мәктәптәренә – 56 яңы автобус
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: