Үҙ-ара электрон эшмәкәрлекте тормошҡа ашырғанда документтарҙың дөрөҫлөгөн уның тәғәйен авторҙыҡы булыуын раҫлау өсөн квалификациялы электрон ҡултамға кәрәк.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы 4-се район-ара инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар уны һалым органында алыу мөмкинлегенә эйә. Бындай хеҙмәт бушлай күрһәтелә, уның алыу өсөн паспорт, СНИЛС кәрәк. Электрон ҡултамғаны ышаныс ҡағыҙы буйынса тапшырырға ярамай.
Квалификациялы электрон ҡултамға махсус флешкаға – Рутокенға яҙҙырыла. Ул махсус интернет-магазиндарҙа йәки етештереүселәрҙең дистрибьюторҙарында һатыла. Иң мөһиме – мәғлүмәт яҙҙырылған ҡулайламаның Техник һәм экспорт контроле буйынса федераль хеҙмәттә, Федераль именлек хеҙмәтендә сертификатланырға тейеш. Һалым органы биргән электрон ҡултамға төрлө ғәмәлдәрҙә ҡулланыла һәм ҡағыҙҙағы ҡултамғаға тиң булып тора.
Бурыстар үҙәге ойошмаларҙы, шәхси эшҡыуарҙарҙы квалификациялы электрон ҡултамға алырға саҡыра. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 95/2, 104-се, 106-сы бүлмәләр, телефоны: 226-54-00.
Фото: n-tender.ru