Йәмғиәт
21 Декабрь 2022, 16:30

Киләһе йылға бурыстар билдәләнде

Республика Хөкүмәте, ҡала һәм район башлыҡтары эше һөҙөмтәләре барланды.

Киләһе йылға бурыстар билдәләндеКиләһе йылға бурыстар билдәләнде
Киләһе йылға бурыстар билдәләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте, ҡала һәм район башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Унда 2022 йылда социаль-иҡтисади үҫештең яҡынса һөҙөмтәләре, 2023 йылға төп бурыстар тикшерелде.

Республика Башлығы коллегаларына ауыр ваҡытта һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Уҙып барған йыл үтә ауыр булды. Беҙҙең алдыбыҙҙа махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле өҫтәмә бурыстар тора. Һеҙ уларҙы үтәп киләһегеҙ, бының өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе йылдағы эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә – иҡтисадтың, социаль өлкәнең тотороҡлолоғон тәьмин итеү, шулай уҡ беҙҙең хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.

Республика Башлығы ҡала-район етәкселәренә махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә айырым иғтибар бүлергә, уларға тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты.

– Мобилизацияланғандарға, уларҙың ҡатындарына, балаларына 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған ярҙам бүлергә ҡарар иттек. Был аҡсаларҙы ала башланылар ҙа инде, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, беҙ хәрбиҙәрҙең балаларына бүләктәр әҙерләнек, уларҙы Яңы йыл байрамдары алдынан тапшырасаҡбыҙ.
Башҡортостан Башлығы Яңы йыл ваҡытында халыҡтың хәүефһеҙлегенә лә иғтибар йүнәлтте, ҡала һәм район башлыҡтарына йәмәғәт урындарында тәртипте тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә ҡушты.

Ултырышта ҡатнашыусылар муниципалитеттарҙың иҡтисади үҫеше динамикаһын, биләмәләрҙең транспорт һәм социаль инфраструктураһын модернизациялау, халыҡ менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Эш аҙағында Радий Хәбиров район-ҡала етәкселәрен алдағы Яңы йыл байрамдары менән ҡотланы, 2023 йылда уңышлы эшләүҙәрен теләне.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас