26 декабрҙә “Мишкопад” тигән исем аҫтында изге акция ойошторола.
Быйыл да “Салауат Юлаев” һәм “Өфө-уйынсыҡ” компанияһы хоккей көйәрмәндәре менән берлектә ярҙамға мохтаж бәләкәстәрҙе ситтә ҡалдырмаясаҡ.
14 йәшлек Гөлназ Алтынбаева - Буранбай ҡасабаһынан. Ул киҫкен лейкоз – ҡан яман шеше – менән сирләй. Дауалау өсөн бер миллион һумлыҡ “Блинотумомаб” препараты мотлаҡ кәрәк.
Өфөнән Богдан Дубровскийға – ике йәш. Уға ҡолаҡ сирҙәренән яфалана: ике яҡлы микротия, ишетеү үткестәре атрезияһы, ике яҡтан да III дәрәжә кондуктив насар ишетеү, уң ҡолағында холестеатома. Уң яҡ ҡолағына әмәлиәт өсөн 1,2 миллион һум аҡса кәрәк.
Гөлназ менән Богданға 26 декабрҙә “Автомобилист” менән матч ваҡытында ярҙам итергә мөмкин. “Өфө-Арена”лағы фойела йомшаҡ уйынсыҡтарҙы һатып алығыҙ ҙа матч тамамланғандан һуң уны боҙға ташлағыҙ. Барлыҡ йыйылған аҡса хәйриәгә йүнәлтеләсәк.
Билеттар “Мишкопад” тигән бүлектә (tichets.hcsalavat.ru) һатыла.
Фото: Валерий Шахов.