Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2022, 16:00

Әсә улын көтөп алды

Яныбаевтарҙың дүрт улы ла һалдат бутҡаһы ашап, ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән.

Әсә улын көтөп алды
Әсә улын көтөп алды

Әбйәлил районының Хәмит ауылынан Фәрзәнә һәм Фәнил Яныбаевтарҙың дүрт улы ла әрмелә хеҙмәт иткән. Ошо көндәрҙә улар кесе улдары Ильясты ҡаршы алған. Видеояҙмала егет өлкән ағаһына әрме хеҙмәтен лайыҡлы үтәп ҡайтыуы, ағаларының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәүе хаҡында рапорт бирә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарағайҙай дүрт улының ошондай шатлыҡ-ҡыуаныстарын атаһы ғына күрә алманы. Фәнил Яныбаев мәрхүм. Әгәр тере булһа, ныҡ шатланыр ине, ти уландары.

Дүрт ул үҫтергән, уларҙы әрме сафына оҙатып, артабан көтөп алған сабыр йөрәкле Фәрзәнә Яныбаеваға һоҡланып, уның шатлығын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "Осҡон" гәзите.

Әсә улын көтөп алды
Әсә улын көтөп алды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: