Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2022, 22:00

Яна йөрәк, яна йөрәк... Яна, пожарник кәрәк!

Һөйгәне ыңғай яуап биргәс, бөтә мәктәп коллективы бәхетле парҙы алҡыштарға күмә.

Яна йөрәк, яна йөрәк... Яна, пожарник кәрәк!
Яна йөрәк, яна йөрәк... Яна, пожарник кәрәк!

Дүртөйлө ҡалаһынан янғын һүндереүсе егет менән рус теле уҡытыусыһы булып эшләгән ҡыҙ үҙенсәлекле туй үткәргән.

Быйылғы көҙҙә ҡыҙ эшләгән мәктәптә янғын хәүефһеҙлеге буйынса уҡыу күнекмәләре үтә. Күнекмә тамамланғас, янғын-ҡотҡарыу часының ҡарауыл начальнигы Артур Иванов һөйгән ҡыҙына балдаҡ бүләк итә һәм тормош юлдашы булырға ризалығын һорай. Һөйгәне ыңғай яуап биргәс, бөтә мәктәп коллективы бәхетле парҙы алҡыштарға күмә.

Ошо көндәрҙә ғашиҡтар туй үткәргән. Был тантананы ла йәштәр бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарған: кейәү егете һөйгәне менән янғын-ҡотҡарыу часында фотосессия ойошторған.

Йәштәргә бәхетле, тиң, тигеҙ ғүмер теләйбеҙ!   

Фотолар: “Башинформ” агентлығы һәм vk.com/pozitiv_news_ufa

Яна йөрәк, яна йөрәк... Яна, пожарник кәрәк!
Яна йөрәк, яна йөрәк... Яна, пожарник кәрәк!
Яна йөрәк, яна йөрәк... Яна, пожарник кәрәк!
Яна йөрәк, яна йөрәк... Яна, пожарник кәрәк!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: