Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың сәхифәһенән:
"Бөгөн ике сәғәтлек айырма менән бер-бер артлы ике гуманитар колоннаны оҙаттыҡ. Улар республиканың доброволецтар батальондары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға кәрәкле техника, ҡоролма, төрлө кәрәк-яраҡ алып бара. Гуманитар колоннала автомобилдәр (Урал, ЗИЛ, УАЗ, Нива), техник саралар, төҙөлөш материалдары, эш ҡоралдары бар. Бынан тыш, һалҡын миҙгелде иҫәпкә алып, одеялдар, йөн ойоҡбаштар, газ плитәләре, йылытҡыстар ебәрелде. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты ла онотманыҡ. Бөтәһе 75 кеше оҙатыуында 37 берәмек техника ебәрелде.
Бөгөнгө гуманитар колонналарҙың икеһе лә республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса булдырылған логистика үҙәге эшенең һөҙөмтәһе булып тора. Был үҙәк хәрбиҙәрҙән, хәрби частар командирҙарынан, военкоматтарҙан махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарыбыҙ өсөн әлеге ваҡытта бик кәрәкле әйберҙәргә ҡағылышлы заявкаларын бик ентекле өйрәнә.
Башҡортостан логистика үҙәгенең телефон һандары: 280-89-92. Яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә теләгән һәр кеше уның буйынса шылтыратып, кәңәшләшә ала.
Яңы йыл алдынан посылкалар алыу яҡташтарыбыҙҙың хәрби тормошон биҙәр, уларҙы яратыуҙарын, көтөүҙәрен тойоп ҡыуандырыр, тип уйлайым.
Гуманитар колонналар менән юлланғандарҙың тәғәйен урындарға яҡшы барып етеүен һәм өйҙәренә имен-аман ҡайтыуын теләйем".
Сығанаҡ: vk.com/ireksagitov