30 йәшлек Гөлзифаның тарихы:
«Иптәшемдең эсеүенән, бер ҡайҙа ла эшләмәүенән, етмәһә миңә һәм балаларға ҡул күтәреүенән арып, биҙеп, балаларымды алдым да өйҙән сыҡтым да киттем. Минең нисек көн иткәнемде яҡшы белгән ҡустым буш торған фатирына индерҙе.
Балалар менән һәүетемсә йәшәп алып киттек, мин эшләйем, улар уҡый. «Ҡайҙа йөрөнөң быға тиклем, һин эштән биш минут элек үк ҡайтырға тейеш инең!» – тип йөрәк итемде ашап ултырған ир булмағас, өйгә йүгереп, ашҡынып ҡайтам. Балаларым моңайып ултырмаһын тип, уларға тәмле ризыҡтар бешерәм, кистәрен бергәләшеп уйындар уйнайбыҙ, шаярабыҙ-көләбеҙ. «Шауламағыҙ, өнөгөҙ ҙә сыҡмаһын!» – тип ҡысҡырып ултырған иҫерек атай булмағас, улар ҙа нисектер күңелләнеп, йөҙҙәре асылып киткәндәй.
Әммә: “Балаларымды атайҙарынан айырып дөрөҫ эшләнемме? Уларҙы атайлы килеш күрәләтә етем иттем түгелме? Әллә кире ҡайтырғамы икән?” – тип икеләнә башланым. Ошо турала үҫмерлек осорона аяҡ баҫҡан өлкән улыма әйткәйнем, ҡырҡа ҡаршы төштө. «Юҡ, әсәй, ҡайтмайбыҙ», – тип мине бөтөнләй аптырауға һалды. Үҙемдең дә тормош иптәшемә шул тиклем күңелем ҡалған, әммә был аҙымды яһап, дөрөҫ эшләнемме, тигән икеләнеү, балаларым алдында үҙемде ғәйепле тойоу күңелемә һис тынғылыҡ бирмәй…»
Был ҡатын менән бәйле хәлгә юғары категориялы психолог Ғәлиә Сәлихова бына ниндәй аңлатма һәм кәңәштәр бирҙе:
- Беренсенән, ошо һорауға яуап бирегеҙ әле: килеп тыуған хәлдә, ысынлап та, һеҙҙең ғәйеп бармы, әллә был һеҙгә шулай тойола ғынамы? Булып үткән хәл-ваҡиғаны айыҡ ҡараш менән анализлағандан һуң, күптәр шуны аңлай: ғәйеп тойғоһо менән бәйле ауыр уй-кисерештәребеҙ күпселек осраҡта нигеҙле түгел. Ошоно аңлағанда иллюзияға ҡоролған ғәйеп тойғоһонан ҡотолоу еңелгә тура киләсәк. Әгәр ысынлап ғәйебегеҙ бар икән, үҙегеҙҙе кемдең алдында ғәйепле тояһығыҙ, шунан ғәфү үтенергә була. Аңлашҡандан һуң, был хәлгә кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа тырышығыҙ, ошо хаҡта ҡат-ҡат уйлап, үҙеңде эстән битәрләү төптө хата.
Икенсенән, килеп тыуған, башығыҙҙан үткән хәлдәрҙән дөрөҫ һығымталар яһарға өйрәнегеҙ. Үткәндәргә кире ҡайтып, инде булған ваҡиғаларға һеҙ бер нисек тә йоғонто яһай алмайһығыҙ, әммә бөгөнгөгөҙ һәм киләсәгегеҙ тик һеҙҙең ҡулда. Өҫтә миҫал итеп килтерелгән ҡатындың осрағында, шуны әйтергә була: эйе, һеҙ балаларығыҙҙы тулы ғаиләлә тәрбиәләргә теләйһегеҙ, был ниәтегеҙ һәм ынтылышығыҙ маҡтауға лайыҡ. Әммә ғаилә тулы булыу менән бергә татыу ҙа булырға, һәр кем унда үҙен яҡлаулы, ҡурсалаулы тойорға, ир ҙә, ҡатын да, балалар ҙа өйгә ҡайтырға, бер-береһен күрергә ашҡынып торорға тейеш. Ә был ғаиләлә әсә лә, балалар ҙа бәхетһеҙ, атай тарафынан яҡлау, ғаиләне ҡарау һәм ҡурсалау түгел, хатта йылы һүҙ ҙә юҡ. Иҫерек, тупаҫ атай янында ҡурҡыштан һәр саҡ дер ҡалтырап йәшәүгә ҡарағанда, бәлки, тыныс күңел менән йәшәү күпкә яҡшыраҡтыр. Болалы ғаилә тормошо был ханымға ла, уның балаларына ла һаулыҡ өҫтәмәй, бәхетле итмәй.
Өсөнсөнән, барлыҡ хәл-ваҡиғалар өсөн бөтөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алырға ашыҡмағыҙ. Ҡайһы бер осраҡтар кешенең ихтыярынан тыш, тышҡы шарттар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Хәл-ваҡиғаны үҙгәртә алмаһағыҙ, уларға ҡарата ҡарашыңды үҙгәртергә мөмкин бит. Иртәгәһе көндө нимә буласағын алдан берәү ҙә белмәй, әммә еңеүҙәре менән тыуһа ла, уңышһыҙлыҡтарға дусар итһә лә, был – беҙҙең тормош тәжрибәбеҙ. Иң мөһиме – ошо тәжрибә беҙҙе бөгөнгө көнөбөҙҙә нимәнелер аңларға ярҙам итһен, яҡты, бәхетле киләсәк ҡорорға ынтылыш бирһен!
Фото: stihi.ru