Йәмғиәт
22 Декабрь 2022, 05:30

Һеҙ сабыйға ошолай итеп һөйәк тотторор инегеҙме?

Өлкәндәр ҙә һөйәк мөнйөргә ярата. Һөйәк кимереү файҙалы, тиҙәр халыҡта.

Һеҙ сабыйға ошолай итеп һөйәк тотторор инегеҙме?Һеҙ сабыйға ошолай итеп һөйәк тотторор инегеҙме?
Һеҙ сабыйға ошолай итеп һөйәк тотторор инегеҙме?

Интернет, социаль селтәр төрлө мәғлүмәттәр алыу өсөн ҙур мөмкинлектәр асты. Уларҙа ҡыҙыҡлы яҙмалар ҙа йыш осрай. Мәҫәлән, яңыраҡ “Ашҡаҙар” радиоһы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һөйәк мөнйөгән ҡаҙаҡ малайы тураһында видеояҙма һалды. Ул социаль селтәрҙә киң таралыу алды.

Туптай йоп-йоморо сабый ихласлап һөйәк кимерә. Унан һөйкте алырға итһәләр, тағы ла ны4ыра3 йәбешә - үҙенекен бирмәй. Был сабый киләсәктә көслө батыр булып үҫер, үҙенең өлөшөн башҡаларға бирмәҫ.

Әйткәндәй, беҙ ҙә малайҙарға шулай һөйәк тоттора инек. Улар ҙа яратып ашаны, тик видеоға төшөрмәгәнбеҙ, ә фотолары бар. Өлкәндәр ҙә һөйәк мөнйөргә ярата. Һөйәк кимереү файҙалы, тиҙәр халыҡта.

Әммә балаға һөйәк биргән саҡта уны ҡарап торорға кәрәклеген дә оноторға ярамай, тамағына ҡаҙалмаһын. Әлбиттә, ҡаҙаҡ малайы мөнйөгән һөйәк елле, әммә һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар. Бындай әйберҙәр менән шаярырға ярамай.

Һеҙ сабыйға ошолай итеп һөйәк тотторор инегеҙме?

Фото: скриншот.

Видеояҙма "Ашҡаҙар" радиоһының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Һеҙ сабыйға ошолай итеп һөйәк тотторор инегеҙме?
Һеҙ сабыйға ошолай итеп һөйәк тотторор инегеҙме?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас