Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2022, 12:00

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың эш стажы нисек иҫәпләнә?

Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанға тиклем Алыҫ Төньяҡта эшләгән кешеләр...

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың эш стажы нисек иҫәпләнә?
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың эш стажы нисек иҫәпләнә?

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоро страховка стажына икеләтә, йәғни бер көн ике көн тип иҫәпләнәсәк. Был мобилизацияланғандарға, контракт төҙөгәндәргә һәм ирекмәндәргә ҡағыла.

Ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләгәндә лә шундай уҡ иҫәпләү ысулы ҡулланыласаҡ. Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанға тиклем Алыҫ Төньяҡта эшләгән йәки зарарлы производствола хеҙмәт иткән кешеләр шул ысул менән файҙалана аласаҡ. Уларҙың ваҡытынан алда пенсия алыуға хоҡуҡ биргән махсус стажы өҙөлмәҫкә тейеш.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары: https://vk.cc/ciTp0F

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: