Күптәр Майикмәкте майикмәк ашап, бейеп кенә йәшәй тиһә, яңылыша. Уның да проблемалары етәрлек. Шуларҙың береһе - ике йыл буйына улын күрә алмауы.
Тормошта изге күңелле, ярҙам ҡулы һуҙған кешеләр күп бит ул. Шуларҙың береһе - шәхси юрист Рима Өмөтбаева. Тап ул Майикмәккә ярҙам итеп, улы менән осраштырған. Был хаҡта Рима Өмөтбаева үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Быға тиклем Илсур Майикмәк тураһында социаль селтәрҙәрҙән ишетеп кенә белә инем. Ә инде Телеграм каналында улын өҙөлөп һағыныуын, күрергә мөмкинлеге юҡ икәнен ишеткәс, битараф ҡала алманым, үҙем ярҙам ҡулы һуҙырға ҡарар иттем.
Телефондан шундай һүҙҙәр яңғыраны:
- Апай, ике йыл улымды күргәнем юҡ, алыҫ араны яҡын итеп бер нисә тапҡыр барып ҡайттым, әммә күрергә насип булманы. Улымды шул тиклем һағындым, төштәремдә күрәм. Күп атайҙар балаларын ҡарамай, ҡасып йөрөй, ә мин улай түгел бит. Бала ғәйепле түгел, ни эшләп күрһәтмәйҙәр икән, - тип әсенеп һөйләне миңә Илсур.
Илсурҙан барлыҡ документтарын алып, юрист булараҡ өйрәндем. Суд ҡарары буйынса Илсур айына ике тапҡыр улы менән аралашырға хоҡуҡлы. Әммә....
Һөйләшелгән көндө мин Өфө ҡалаһынан, Илсур Баймаҡ районынан улы йәшәгән районға юл тоттоҡ. Суд приставтары ла беҙгә ҙур теләк менән ярҙам итергә ашыҡты. Өс сәғәт улы менән аралашҡандан һуң Илсурҙың күҙҙәре янып, түбәһе күккә тейҙе. Бына бит атайлыҡ хисе!
"2022 йылдағы минең иң ҙур ҡыуанысым бөгөнгө көн, апай, һеҙ миңә Яңы йылға ҙур бүләк яһанығыҙ", - тип рәхмәттәрен уҡыны ул.
Хәҙерге ваҡытта күп атайҙар алимент түләүҙән ҡаса, ҡайһылары аралашырға ла теләмәгән ваҡытта Илсурҙың барлыҡ ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса малайы янына ашҡыныуы тик ихтирам, һоҡланыу хистәре һәм хөрмәт кенә уята! Ул күптәргә өлгө. Илсурҙың улы менән ай һайын ҡаршылыҡһыҙ осрашыу мөмкинлеген дә хәл иттек.
Ә инде миңә килгәндә, ике ай шәхси юрист булып эшләү осоронда 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иттем, әммә иң ҙур еңеүем Илсур Майикмәкте улы менән осраштырыу булды.
Беҙҙең Илсур шул тиклем эскерһеҙ, ихлас, ярҙамсыл, кәләше Гөлназ өсөн өҙөлөп тора. Ҡайғырып көйәләнеп ултырмай, һәр көндән ҡыуаныс табып йәшәй белә. Уларҙың ғаиләһенә киләһе йылда ла именлек, татыулыҡ һәм мөхәббәт теләйем!" - т2игән ул.
Фото: Рима Өмөтбаева.