Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2022, 20:30

Ниндәй осраҡта дистанцияла уҡыуға күсергә кәңәш ителде?

"Әммә был белем биреү процесы туҡтаясаҡ тигәнде аңлатмай, беҙ ковид мәлендә барлыҡ методиканы үҙләштерҙек”.

Ниндәй осраҡта дистанцияла уҡыуға күсергә кәңәш ителде?
Ниндәй осраҡта дистанцияла уҡыуға күсергә кәңәш ителде?

Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы сәбәпле карантин осрағында республика мәктәптәре дистанцияла уҡыуға күсәсәк.

Башҡортостанда әлеге ваҡытта 509 мең баланың 46 меңе грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләгән, тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында. Ведомство башлығы һөйләүенсә, хәҙер һәр 10-сы уҡыусы сирләй.

"Айырыуса Өфө уҡыусыларында миҙгел вирусы күп теркәлде: уларҙың аралашыу майҙаны киңерәк, шулай уҡ йәмәғәт транспортында ла райондарҙағы һәм ауылдарҙағы балаларға ҡарағанда йышыраҡ хәрәкәт итәләр”, – тине Айбулат Хажин.

Әгәр айырым белем биреү учреждениеһында эпидемиологик хәл рөхсәт ителгән сиктән артһа, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы муниципалитетҡа йәки мәктәпкә дистанцион форматҡа күсергә кәңәш итә.

"Карантин уртаса бер аҙна самаһы ваҡытты аласаҡ. Әммә был белем биреү процесы туҡтаясаҡ тигәнде аңлатмай, беҙ ковид мәлендә барлыҡ методиканы үҙләштерҙек”, – тине Айбулат Хажин.

Фото: "Башинформ".

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: