Йәмғиәт
22 Декабрь 2022, 17:00

Азат Бадрановтың вазифаһына бәйле һорауға яуап бирелде

Радий Хәбиров ҡайһы яҡташтарыбыҙҙың эшен яҡшы баһаланы? 

Азат Бадрановтың вазифаһына бәйле һорауға яуап бирелдеАзат Бадрановтың вазифаһына бәйле һорауға яуап бирелде
Азат Бадрановтың вазифаһына бәйле һорауға яуап бирелде

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан” ДТРК-һы һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәкселәренең һорауҙарына яуап бирә. Унда һүҙ республиканың 2022 йылдағы төп ҡаҙаныштары, төбәк халҡын борсоған мәсьәләләр хаҡында бара.

Республика Башлығы төбәккә федераль аҡса йәлеп итеү буйынса эш тураһында һөйләне.

– Мин коллегаларыма һәр саҡ әйтәм: әле бик матур мәл, федераль программалар ҙа шул тиклем күп. Ғаризаларҙы дөрөҫ әҙерләү һәм проекттарҙың көнүҙәклеген нигеҙләү мөһим. Был беҙҙең идара итеү командаһы башҡарған ҙур ойоштороу эше, – тине Радий Хәбиров. – Төбәктәр араһында проекттар, ресурстар, иғтибар өсөн бик етди дәғүәселек бара. Шуға күрә министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәрен программаларҙа ҡатнашыуға әҙер булыуҙарына йүнәлтәбеҙ. Ә федераль кимәлдә мин, Башҡортостан күп йүнәлештәр буйынса пилот төбәге булырға әҙер, тим, беҙ экспериментҡа барырға әҙер. Ни өсөн тигәндә, күп кенә пилот проекттары артабан бөтә илдә тормошҡа ашырыласаҡ.

Республика Башлығы Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проектын әҙерләү буйынса идара итеү командаһының һөҙөмтәле эшен билдәләне.

– Был ҙур документаль эш булды. Тоннелде 1990 йылдарҙа уҡ төҙөй башлағандар. Ул оҙаҡ ваҡыт "туңдырылған" хәлдә торҙо. Беҙ хәлде яйға һала алдыҡ. Бөгөн дә мин был проектты тормошҡа ашырыуҙы бик иғтибарлы күҙәтеп барам. Ҡатмарлы техник ҡоролма республикаға бик кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Республика вәкилдәренең төбәктән ситтә эшләү һөҙөмтәлелеген Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары баһаламайым тине. Уның һүҙҙәренсә, тышҡы һыҙатта республика мәнфәғәтенә эшләүсе яуаплы кешеләр бар, ләкин төбәк етәксеһе һөҙөмтәлерәк файҙа алырға теләй.

– Юғары баһалайым. Бөгөн Лилиә Ғүмәроваға рәхмәт һүҙҙәрен ныҡлы әйтә алам. Ул беҙҙең сенатор, Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе. Лилиә Салауат ҡыҙы Башҡортостанға ҙур ярҙам күрһәтә. Уның ярҙамында беҙ проекттарҙа нисек ҡатнашырға һәм уларҙы тормошҡа ашырырға икәнен аңлайбыҙ. Ул беҙҙе гел ҡабаландыра. Беҙҙә Дәүләт Думаһында депутаттар составы ныҡлы. Павел Рюрикович Качкаев, Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова – улар беҙгә һөҙөмтәле ярҙам итә. Унда эшләгән коллегаларыбыҙ бар. Тик мин, тағы ла бер тапҡыр әйтәм, үҙемә лә, башҡаларға ла бик талапсан. Мин күберәкте теләр инем, – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров шәхсән уға һалынған санкциялар буйынса ла фекерен белдерҙе. Америка Ҡушма Штаттарының, Канаданың, Бөйөк Британияның Башҡортостан Башлығына һалынған шәхси санкциялары республика иҡтисадына бер нисек тә йоғонто яһамай.

– Шәхси санкциялар сит илдә иҫәбе, активтары, күсемһеҙ милке булғандарға зыян килтерә. Минең ундай нәмәм дә юҡ, шуға күрә санкцияларға ирония һәм аптырау менән ҡарайым, – тине ул.

Интервью барышында республикала ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙы үҫтереү темаһы ҡуҙғатылды. 2021 йылдың йәйендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендә Ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия эшләй башланы. Уның маҡсаты – дәүләт органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдарының, хоҡуҡ һаҡлау органдарының, ойошмаларҙың һәм йәмәғәтселектең үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүе.

Бындай комиссия булдырыу кәрәклеге республика халҡының ҡайһы бер ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булмауы менән аңлатыла, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

“Беҙ файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эшкәрткәндә ҡануниәт боҙоуҙарға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек биргән схема төҙөйбөҙ. Ведомство-ара комиссия кешеләрҙе ишетә, сигналдарына иғтибар итәбеҙ, тейешле ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ – бер нисә енәйәт эше ҡуҙғаттыҡ", – тип һөйләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе, Азат Бадранов доброволец сифатында махсус хәрби операция зонаһында булған осорҙа Ведомство-ара комиссияға кем етәкселек итәсәк, тигән һорауға яуап бирҙе.

– Азат Шамил улы республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры булып ҡала, уның урынын бер кем дә биләмәй. Ул булмаған ваҡытта вәкәләттәрҙең бер өлөшөн Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Фәрит улы Абдрахманов үҙ өҫтөнә ала. Тиҙҙән ул Луганск Халыҡ Республикаһына оҙайлы командировканан ҡайта, – тине ул.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас