Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында мөғжизәүи мөхит хөкөм һөрҙө. Бында республикабыҙҙың барлыҡ мөйөштәренән иң аҡыллы, иң уңған, иң тырыш балалар йыйылды. Улар өсөн ҙур Республика шыршыһы байрамы ойошторолдо.
Әкиәт геройҙары балаларҙы ишек төбөнән үк ҡаршы алды һәм ҙур шыршы янына әйлән-бәйләнгә йыйҙы. Төп геройҙар билдәле – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәм улар янындағы йәнлектәр. Һәр ваҡыттағыса, яманлыҡ байрамды боҙорға тырышһа ла, изгелек һәм дуҫлыҡ барыһын да еңде.
Байрамға йыйылған балаларға килгәндә, араларында кескәйҙәрҙән башлап өлкән класс уҡыусыларына тиклемгеләре бар. Уларҙың барыһы ла бында юғары ҡаҙаныштары өсөн саҡырылған: уҡыу алдынғылары, олимпиадалар һәм спорт ярыштары еңеүселәре, атайҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙар балалары.
Ҡаршыбыҙға осраған ике егет Бәләбәй районынан булып сыҡты. Райондың Приют ауылында йәшәгән Илназ Закиров IV класта белем ала. Ул баян буйынса бәйгелә беренсе урын яулаған. Айҙар Харрасов иһә - Бәләбәй ҡалаһындағы 1-се мәктәп уҡыусыһы. Үҙе отличник, икенсенән – спорт ярыштары алдынғыһы. Үҫмер физкультура, ОБЖ буйынса ярыштарҙа беренселекте бирмәй, шулай уҡ спорт бейеүҙәре менән дә шөғөлләнә һәм юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Малайҙар Республика шыршыһына тәүге тапҡыр килгән һәм сараның оҡшауын, ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе.
Белорет ҡалаһынан Айһылыу Әйүпова ла тырышып уҡый, мәктәптә ойошторолған олимпиадаларҙа ҡатнаша. Әммә бөгөн был байрамға ул икенсе сәбәп буйынса килгән. Ҡыҙыҡайҙың доброволец булып махсус хәрби операцияға киткән атаһы һәләк булған.
– Байрам ныҡ оҡшай. Беренсе тапҡыр Республика шыршыһына килдем, элек был турала хыялланырға ғына тура килә ине. 15 майҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атайым һәләк булды. Ул - беҙҙең өсөн ысын герой. Әсәйем, апайым һәм мин атайым менән ныҡ ғорурланабыҙ. Беҙҙҙең ғаиләгә бөтә яҡлап та ярҙам итеп торалар. Башҡа йылдарҙа ла ошо байрамға килгем килә, бының өсөн тағы ла нығыраҡ тырышып уҡырға хәл иттем, – тине Айһылыу.
Төп байрам мажараһы башланыр алдынан балаларҙы республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин тәбрикләне. Ул барыһын да етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
– Мин республиканың төп уҡытыусыһы булараҡ шуны әйтәм: барығыҙ ҙа тырышып уҡығыҙ, һәр ерҙә алдынғы булырға тырышығыҙ, бер нәмәнән дә ҡурҡып тормағыҙ, – тине ул.
Унан һуң концерт залы сәхнәһендә ҙур Яңы йыл мажараһы күрһәтелде. Күңелле йырҙар һәм бейеүҙәр ҡушылып эшләнгән, сағыу костюмлы тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Әйткәндәй, быйыл Республика шыршыһында ҡатнашыусылар күберәк булған өсөн уны икегә бүлеп үткәрәләр. Айбулат Хажин белдереүенсә, һәр бер балаға Ҡыш бабай бүләге тапшырыла. Алыҫ райондарҙан килгәндәр өсөн иһә ысын ялдар ойошторола. Улар “Энергетик” ял йортонда урынлаштырыласаҡ, балаларҙы һыйлау, баш ҡала буйлап экскурсияларға йөрөтөү һәм башҡа мәҙәни программа ҡаралған.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.