Ҡармыҫҡалы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Район умартасылары ла бынан ситтә ҡалманы.
Ҡырмыҫҡалы ауылынан Анатолий Мовляйко яугирҙәргә бал ебәрергә тәҡдим иткән. Уға шунда уҡ райондың умартасылары ҡушылған. Умартасы белдереүенсә, ул бер кемде лә тауары менән уртаҡлашырға өгөтләмәгән, башҡалар был башланғысҡа әүҙем ҡушылған.
– Барлығы 1156 һауыт бал йыйылды. Ҡырмыҫҡалы ауылынан Фанис Бәширов, Рәшит Латипов, Березовка ауылынан Юрий Сидоров ихлас йомартлыҡ күрһәтте. Бындай татлы посылка батыр ил һаҡсыларына көстәрен тергеҙергә ярҙам итер, тип ышанам, – тине ул.
Йыйылған продукцияның беренсе партияһы Луганск Халыҡ Республикаһына һәм Запорожье өлкәһенә ебәрелгән, икенсе партияһын академик Бурденко исемендәге баш хәрби клиник госпиталгә ебәреү планлаштырыла.
Фото: bashkortostan.er.ru