Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙға йылы ойоҡ бәйләү буйынса Бөтә Рәсәй "Беҙҙең йөрәк йылыһы" акцияһы үтте. Мәләүездә был ҙур эште беренселәрҙән булып 3-сө гимназия уҡыусыһы Розалия Зөбәйерова башланы.
– Төрлө акциялар тураһында күп ишеттем, үҙем дә махсус хәрби операциялағы ағайҙарға ярҙам күрһәтергә теләнем. Социаль селтәрҙәрҙә кемдер башлап ебәрһә, кешенең күпләп ҡушыла икәнен аңланым. Оҙаҡ уйлап тормай, уйымды уҡытыусыма һәм класташтарыма һөйләнем. Үҙемдең йыйылған аҡсам бар ине, иләнгән йөн менән энәләр һатып алдым. Тик бер проблема тыуҙы – йәштәрҙең береһе лә ойоҡ бәйләй белмәй. Ярҙамға ағинәйҙәр һәм “Һуғыш балалары” ойошмаһы вәкилдәре килде. Дуҫтарым һәм яҡындарым араһында был акциянан баш тартҡан кеше булманы, – ти ҡыҙ.
Акция бер ай дауам итте, ултырыштар китапханала һәм мәктәптә үтте. Инәйҙәр балалар менән тәжрибә уртаҡлашты. Балалар йәбештермәләр яһатып, һәр һалдатҡа хаттар яҙған. Тәмле бүләктәр тураһында ла онотманылар. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ошо әйберҙәргә үҙҙәренең күңел йылыһын һәм наҙын һалды.
- Гөлназ САЛАУАТОВА