Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2022, 18:59

“Берҙәмлектә көс икәнлеген иҫбатланыҡ”

Гуманитар ярҙам йыйыуға өлөш индерәләр.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Тау менән тау ғына осрашмай, тиҙәр. Ҡайһы саҡта яҙмыш осраштырған кешеләрҙең юҡҡа ғына юлыңа сыҡмағанлығына инанаһың. Ошондай мәлдәргә рәхмәтле мин.

Лиана Евдокимова-Сафина менән йәй таныштым. Нефтекама ҡалаһында оҫта тегенсе барлығын белеп ҡалғас, ательеһын барып таптым. Танышыу яйлап дуҫлыҡҡа әүерелде. Лиана мобилизация башланғас шылтыратты: “Ательеның мөмкинлектәренән файҙаланып, егеттәргә ярҙам итергә ине. Нимәнән башларға?” – тип ул үҙен борсоған һорауҙы бирҙе.

Буш ваҡытын файҙаланып, электән ҡалған туҡымаларҙан таҫтамалдар тегә ул. Шул таҫтамалдарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Симферополь ҡалаһына оҙатҡан гуманитар ылау менән ебәреүҙе ойошторорға ярҙам итеп ебәрҙем. Был хаҡта матбуғат биттәрендә мәғлүмәт тә сыҡты. Ошо тәү ҡарамаҡҡа бәләкәй генә эш артабан Лиананың уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға этәргес булды.

Ул тәжрибәһе тураһында социаль селтәр­ҙәрҙә һөйләгәндән һуң, ҡала халҡы араһында уға ҡушылыусылар ҙа табылды. Иң һөйөн­дөргәне: эшҡыуарҙар, ярҙам ҡулы һуҙып, йә туҡыма төргәктәре алып килеп китте, йә һатып алыуға аҡса күсерҙе. Хәҙер иһә Лиана берләштергән тегенсе ҡатын-ҡыҙҙар һаны 28 булып киткән. Улар аҙнаһына бер тапҡыр ательела йыйылып, туҡыманы бесә һәм тегеүгә әҙерләй, ә ҡалғандар үҙ ваҡытын иҫәпкә алып, нисә тиҫтә әйберҙе тегә ала, шунсаһын алып китә. Эске кейем, башлыҡ, балаклава, нәски һәм башҡа әйбер гуманитар ярҙам булараҡ хәрбиҙәргә ебәрелә.

– Берҙәмлектә – көс, тип юҡҡа ғына әйт­мәйҙәр. Берләшеп эшләүебеҙ тиҙ һөҙөмтә бирҙе. Һәр кем үҙ эшенә яуаплы ҡарап, еренә еткереп үтәй. Мин – уларға, улар миңә ышана. Тәүге тапҡыр беселгән әйберҙәрҙе таратып бирҙем дә һуңынан шаңҡып ҡалдым: тегергә тип килгән ҡатындарҙың адрестарын да, телефондарын да, нисә тиҫтә әйбер ал­ғанын да яҙып ҡалмағанмын! Бер нисә көн­дән барыһы ла теүәл генә итеп әйбер­ҙәрҙе тегеп алып килде! Һөйөнөстөң сиге булманы! Тимәк, был кешеләр менән эш­ләргә була, тип дәртләнеп артабан тегергә тотондоҡ. Әҙер продукцияны йыуып үтекләгәндән һуң, хәрбиҙәргә ебәрер алдынан Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүселәр яҙған хаттарҙы һалдыҡ. Уларҙы уҡығанда беҙҙең күҙҙән йәш килә, һалдаттар ниндәй тойғо кисерәлер? – тип һөйләй Лиана.

Һалдаттарға ярҙамға әйберҙәр тегеү буйынса шундай ҙур эш ойоштороп, Лиана бары тик ошо ауыр заманда хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тырыша. Шуныһы тағы ла иғтибарға лайыҡ: уға тегергә ярҙам иткән тегенселәрҙең  туғандарының береһе лә мобилизацияланмаған, әммә улар ихласлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.

– Ниндәйҙер матди ҡыҙыҡһыныуҙа ғәйеп­ләргә тырышыусылар ҙа бар, әммә был һүҙ­ҙәргә иғтибар итмәйем. Тик ошо тегенселәр менән аралашҡан ваҡытта артабан уларҙың һөнәри оҫталығын нисек файҙаланырға була икән, тип уйланам. Бәлки, киләсәктә тегеү цехы ойоштороп ебәрермен, сөнки был ҡа­тындар араһында оҫталар бихисап, – ти ул.

Лиана менән ярҙамсылары тураһында матбуғат биттәрендә уҡып, видеояҙмаларҙы ҡарап, ательеһын эҙләп килеүселәр байтаҡ. “Тегә белмәһәк, бәйләй беләбеҙ”, – тип дебеттән бәйләнгән нәски, бейәләйҙәр килтереп китәләр. Уларҙы ла гуманитар ярҙам посылкаларына ҡәҙерләп һала ҡыҙҙар.

– Үҙ ҡулың менән бәйләнгән ойоҡбаштар цехта етештерелгәнгә ҡарағанда күберәк йылы бирәлер, тип уйлайым. Беҙ эшмәкәрлегебеҙҙе шулай баһалайбыҙ: һалдаттарҙы кейендермәйбеҙ, уларға үҙебеҙ өләшә алғанса тиклем йылылыҡ бирәбеҙ, – тип ышана Л. Евдокимова-Сафина.

Ҙур һөнәри тәжрибә туплаған Лиана бөгөн, хәрби хеҙмәттең бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, эске кейем тегә. Мәҫәлән, термик эске кейем моделе һалдаттар яра алған осраҡта еңел генә сисерлек итеп, уйланып тегелгән. Етен туҡыманан  таҫтамалдар иһә рюкзакта аҙ урын ала, шулай уҡ кәрәк саҡта яраны бәйләү өсөн дә ҡулланырлыҡ  итеп тегелә. Бынан тыш, улар дымды тиҙ һеңдерә һәм ут тоҡандырып ебәреү өсөн дә ҡулланыла ала.

Әммә уртаҡ маҡсат берләштергән ҡатындарға йыйылыр өсөн уңайлы урын булмауы ғына эстәрен бошора. Лиананың ательеһы күп кешене ҡабул итеү өсөн ҡулайлашмаған. Ҙур өҫтәл ҡуйып, теген машиналарын урынлаштырып, ваҡыттары булғанда, ҡатын-ҡыҙҙарға йыйылырға шарттар тыуҙырғанда, шәп булыр ине.

– Әле беҙ миндә йыйылабыҙ. Бесеү эштәрен ҡайһы саҡ иҙәндә башҡарырға тура килә. Ҡыҫынҡы шарттарҙа һәр ғәмәлде еренә еткереп атҡарырға кәрәк. Утыҙға яҡын ҡатын, үҙ ваҡытын йәлләмәйенсә, бушлай  ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғанда, күңелдәре һүрелмәһен ине, тип борсолам, – ти Лиана.

Тәүге гуманитар ярҙамды өс ай самаһы элек ебәргән Лиана эргәһендә фекерҙәштәр командаһының көндән-көн артыуы ихтирам һәм ғорурланыу тойғоһо  уята. Был изге эштә Лиананың фекерҙәштәренең береһе – Милана Мусина. Уның ире сентябрь аҙағында хәрби операцияға алына. Милана – яугирҙәрҙең ғаиләләрен туплап торған көс. Улар тәүге көндәрҙән үк яҡташтарына гуманитар ярҙам туплауҙы ойоштора һәм әүҙем эш алып бара.

Күптән түгел тегенсе ҡыҙҙар камуфляж селтәрҙәрен эшләүгә заказ ала. Тәүҙә ҡыҙҙар башҡа ирекмәндәр менән бергә уны эшләү технологияһын өйрәнә һәм тиҙ арала йәштәр һарайында уларҙы әҙерләү  эшен ойоштора. Селтәрҙе һатып алыу ҡыйбатҡа төшөүен иҫәпкә алып, элекке волейбол уйындарынан ҡалған ныҡлы селтәрҙәрҙе һорап, интернет аша оран һала ҡыҙҙар. Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы мәктәбе директоры тәүгеһен килтереп бирә. Унан ҡала хакимиәте тәҡдиме буйынса Нефтекама нефть колледжы, мәктәптәре һәм балалар баҡсалары кәрәкмәгән волейбол селтәрҙәре менән тәьмин итә. Ике аҙна дауамында иллегә яҡын кеше  камуфляж селтәрҙәрен эшләүҙә әүҙем ҡатнаша. Хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм туғандары ғына түгел, еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр ҙә килә.

– Селтәрҙәр үреү эше артабан да бара, сөнки улар ҡыйбат. Һатып алыуға күп сығым кәрәк, әммә әлеге мәлдә хәрбиҙәргә улар бик кәрәк. Техниканы һәм окоптарҙы ябыу өсөн ҡулланыла. Камуфляж селтәрҙәрҙе үреү – ярайһы уҡ ябай, әммә ваҡыт талап иткән эш. Йәштәр һарайында иртәнән алып кискә тиклем был эш туҡтамай. Берәүҙәр килә, икенселәр китә. Беҙгә ҡушылырға теләүселәргә ишектәр асыҡ. Белмәйем тип ҡурҡмағыҙ, өйрәтербеҙ, – ти Лиана.

Ошо арала уңған ҡатын-ҡыҙҙар ун селтәр эшләгән. Уларҙың өсөһөн яҡташтары,  Запорожье өлкәһенә хеҙмәткә юлланған егеткә бирәләр. Ҡалғандары гуманитар йөк менән бергә шулай уҡ яҡташтарыбыҙға ебәрелде һәм фронт һыҙығындағы ир-егеттәребеҙҙе ышаныслы һаҡлаясаҡ, тип өмөтләнә ҡыҙҙар.

– Артыбыҙҙа хәстәрлекле, ихлас, ышаныслы кешеләр күп. Ҡыҙҙар дарыуҙар һатып алыу өсөн аҡса йыя, семинарҙар, күнекмәләр үткәрә һәм йыйылған аҡсаны туҡыма, еп, резина һәм башҡа кәрәк-яраҡ алыуға тотона. Барыһына ла ҙур рәхмәт. Ошо ваҡыт эсендә беҙ берҙәмлектә көс икәнлеген иҫбат­ланыҡ, – ти Лиана.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: