Бынан дүрт йыл элек эшҡыуар Валентина Игнатьева Ауырғазы районының Шланлы ауылында ит ярымфабрикаттары етештереү цехы асты.
– Эште билмәндән башлағайныҡ, ваҡыт үтеү менән һатып алыусылар һорауы буйынса аҙыҡ төрҙәрен арттырҙыҡ, – ти эшҡыуар. – Бөгөн беҙҙә голубцы, манты, чебурек, кәтлит һәм фрикаделька етештерелә. Бөтә ризыҡ бер цехта бер үк аш-һыу оҫталары тарафынан әҙерләнә. Итте ауыл кешеләренән генә һатып алабыҙ, картуфы ла, йәшелсәһе лә үҙебеҙҙең тупраҡта үҫкән.
– Беҙҙең Шланлы ҡатын-ҡыҙҙары яһаған билмәндәр телеңде йоторлоҡ, үҙҙәренең эшен яратып, күңелдәрен һалып башҡарғанға күрәлер, моғайын. Бөтә район халҡы уларҙың ризыҡтарын маҡтай-маҡтай һатып ала. Стәрлетамаҡтар ҙа эш сифатынан ҡәнәғәт, – тип яҙа ҡулланыусылар социаль селтәрҙә.
Ярымфабрикаттарҙы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ла ала. Эшҡыуарҙың пекарняһы ла бар, унда икмәк, булка, бәлеш, пицца бешерәләр.
- Людмила ЧЕРНОВА