Йәмғиәт
23 Декабрь 2022, 15:00

“Бурыстар күп, тырышып эшләйбеҙ”

Беҙҙәге ниндәй объект Чечнялағы үҙәккә оҡшатып эшләнәсәк?

“Бурыстар күп, тырышып эшләйбеҙ”“Бурыстар күп, тырышып эшләйбеҙ”
“Бурыстар күп, тырышып эшләйбеҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев республика Йәмәғәт палатаһының инфраструктура һәм территориаль үҫеш, хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы мәсьәләләре комиссияһы рәйесе Роза Хузина менән торлаҡ-коммуналь өлкәнең, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, шулай уҡ юл структураһы объекттарын төҙөүҙең көнүҙәк темалары буйынса фекер алышты.

Был турала ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.

“Бик йөкмәткеле һәм конструктив әңгәмә булды. Быйыл беҙ 239 берәмек коммуналь техника һатып алдыҡ, эш хаҡын күтәрҙек, ҡар ныҡ яуған осраҡта сит ойошмаларҙы йәлеп итеү өсөн аҡса тупланыҡ, хәҙер эш муниципалитеттарға бәйле, тейешле шарттар булдырылды. Баш ҡалаға кәмендә тағы ла бер ҡар иретеү заводы кәрәк ине, уны төҙөү өсөн бюджетта аҡса ҡаралған. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың бойороғо менән киләһе йыл муниципалитеттарҙа урамдарҙы яҡтыртыу программаһын тергеҙәбеҙ. Мәҫәлән, Өфө 62 процентҡа яҡтыртылған, программаның яңынан эшләй башлауын иҫәпкә алғанда, 2023 йылда был күрһәткесте 70 процентҡа еткерәбеҙ.

2024 йылда баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ. Ошо ваҡиға айҡанлы 17-гә яҡын объект төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. Был иҫәпкә ҡаланың географик үҙәгендә Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге лә инә. Уның нигеҙендә 3500 кешелек зал, бассейн, спа-зона, фитнес үҙәге, ресторан, ҡунаҡхана эшләйәсәк, 16 көрәш келәме һатып алынасаҡ. Объект бик етди. Эш әүҙем бара. Уҙған аҙнала Фехтование үҙәгенә нигеҙ һалынды. Бында, күнекмәләрҙән тыш, республика һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар үтәсәк. Шулай уҡ “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы эргәһендә Республика клиник госпитале төҙөлә. Проект үҙенсәлекле. Чечняла ошондай үҙәк бар. Бинаның дизайны ҡыҙыҡлы буласаҡ, ул быяланан һәм бетондан эшләнә.

Шулай уҡ Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Йылыкүл янында ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексының беренсе сираты һалына. Баш ҡалабыҙҙың Кузнецов Затоны биҫтәһендәге Булат Имашев урамында 2200 уҡыусыға иҫәпләнгән ҙур мәктәп төҙөү проекты тормошҡа ашырыла. Йәнә бер юбилей объекты – Менделеев урамында 360 урынлыҡ математика лицейы. Унда һәләтле балалар уҡыясаҡ.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында әүҙем реконструкция бара, уға өҫтәмә секция төҙөлә. Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙе шулай уҡ Өфөнөң юбилейына тамамлау күҙаллана. 2023 йылда беҙ Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын файҙаланыуға тапшырабыҙ, объектта эш графиктан алда бара. Тиҙҙән Октябрь революцияһы урамындағы юл селтәрен комплекслы реконструкциялау, шулай уҡ урамға яҡын биләмәләрҙе төҙөкләндереү планлаштырыла.

Яҡын йылдарҙа башҡараһы бурыстар ысынлап та бик күп, шуға күрә артабан да тырышып эшләйбеҙ”, – тип яҙған Алан Марзаев.

Осрашыуҙың тулы тексы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/507220/.

Фото: op.bashkortostan.ru

“Бурыстар күп, тырышып эшләйбеҙ”
“Бурыстар күп, тырышып эшләйбеҙ”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас