Башҡортостан юлдаш телеканалы яңылыҡтар менән таныштыра, күңелде аса, мөһим темаларға уйланырға мәжбүр итә. Араларында етди, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар ҙа бихисап. Бөгөн һеҙҙе Гөлсимә Иштанова менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул – “Киске телеүҙәк” тапшырыуының алып барыусыһы. Һәр ҡунағы менән еңел генә уртаҡ тел таба белгән, урынлы һорауҙар биреп теманы һәр яҡлап асҡан етди, шул уҡ ваҡытта мөләйем журналист – өс малай әсәһе лә. Даими уҡыусыларын ҡыҙыҡлы хикәйәләре менән ҡыуандырырға ла ваҡыт таба. Уның менән эшмәкәрлеге һәм шәхсән үҙе тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Гөлсимә, үҙең менән яҡынданыраҡ таныштыр әле. Ни өсөн журналист һөнәрен һайларға булдың?
– Күгәрсен районының Юлдыбай ауылынанмын. Беҙ уҡыған саҡта ауыл мәктәбендә гәзит-журналдарға материал ебәреү, йәш хәбәрсе булыу идеяһы көслө ине, ярышып-ярышып яҙыша торғайныҡ. Тәүге ҡәләм тирбәтеүем “Йәншишмә” һәм район гәзите, “Аманат” журналынан башланды. III класта ҡыҙыҡһына ғына инем, V-VI кластарҙа иһә ныҡлап яҙыша, башҡа йәш авторҙарҙы ла күҙәтә торғайным. Мәҫәлән, әле билдәле шағирә, журналист Лариса Абдуллина яҙған мәҡәләләрҙе, шиғырҙарҙы матбуғатта уҡып барҙым, ул саҡта Ситдиҡова ине. Бер мәл ҡараһам, ул үҙенең исем-фамилияһы янына “БДУ студенты” тип яҙа башланы. Баҡһаң, мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингән. Шулай итеп, был уҡыу йортонда журналистика бүлеге барлығын белеп ҡалдым һәм унда уҡырға инергә хыяллана башланым. БДУ-ның дүрт колоннаһы юғарының да юғары белем йорто кеүек тойола ине.
– Тимәк, шулай вузға инеп киттең инде?
– Юҡ әле, тура ғына булманы ул юл. 9 класты тамамлағандан һуң, осраҡлы ғына Салауат педагогия колледжына барып эләктем. Имтихан тапшырып, үҙемде һынап ҡына ҡарайым тигәйнем, индем дә киттем, әммә журналист булыу идеяһын ташламаным. Унда уҡығанда ла гел яҙыштым, әҙәби түңәрәктә шөғөлләндем. Ҡала тормошонда студенттар әүҙем ҡатнашты, саралар беҙһеҙ үтмәне. Колледжды тамамлағас ҡына, хыялымды тормошҡа ашырып, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға индем.
– Өфөлә, юғары уҡыу йортонда, башҡасараҡ булғандыр?
– Баш ҡалала мөмкинлектәр ифрат күп! Тыныс ҡына уҡып ятып булманы шул (йылмая - авт.). Икенсе курсты тамамлаған саҡта практика үтергә тип телевидениеға барғайным, өсөнсө курста эшләй ҙә башланым. Телевидение донъяһына мине етәкләп индергән кеше Гәүһәр Батталова булды. Тәүге йылдарҙа практиканы “Тамыр”ҙа үттем. Унда ла бик оҡшаны, Гөлназ Ҡолһарина күпкә өйрәтте.
Телевидениеға барыуым иһә Башҡортостан юлдаш каналының 18 сәғәтлек эш тәртибенә күскән сағы ине. Тап шул саҡта “Беҙҙең донъя” тигән яңы тапшырыу индерелде. Биш көн дауамында сәғәт киске етелә тура эфирҙа эшләй журналистар. Шунда мине, йәш студентканы, ышаныс белдереп, икенсе алып барыусы итеп ҡуйҙылар. Үҙем сюжеттар әҙерләнем, алып та барҙым. Ул тапшырыуҙың форматы бөгөнгө “Киске телеүҙәк”тә һаҡлана. Тура эфирҙа республиканың ижтимағи тормошон яҡтыртыу дауам итә. Формаһы, исеме үҙгәрһә лә, төп идеяһы ҡалды. Эшкә ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар редакцияһына килгәйнем, әле һаман шунда дауам итәм. Мин – мөхәррир, тапшырыуҙы үҙем әҙерләп, үҙем эфирға сығарам.
– Тура эфирҙа эшләү оҡшаймы?
– Һәр саҡ тура эфирҙа эшләмәнем. Бер осор “Тәмле”, “Үҙ еремдә”, “Замандаш” тапшырыуҙары мөхәррире булдым. Уныһы – кадр артындағы эш, шулай уҡ яуаплы һәм кәрәкле эшмәкәрлек. Артабан иһә бер аҙ телевидениенан ситләшеп торорға тура килде. Тәүҙә ике бала менән дүрт йыл декрет ялында ултырҙым, оҙаҡ та тормай өсөнсөһө менән өс йылға киттем.
Тура эфирҙа эшләү еңелерәк тип әйтеп булмай Алдан ҙур әҙерлек булһа, ул еңел үтә. Тура эфирҙың энергетикаһы көслө, миңә шуныһы оҡшай. Ҡайһы ваҡытта производстволағы сәбәптәр буйынса, ялға сыҡҡан саҡтарҙа тапшырыуҙарҙы алдан яҙҙырырға тура килә. Яҙма менән тура эфир энергетикаһы шул тиклем айырыла. Бөтәһе лә шул уҡ кеүек, тик килгән ҡунаҡтарға тура эфир ныҡ тәьҫир итә, улар нығыраҡ асыла кеүек. Яҙма булһа, ҡаушайҙар, әйтер һүҙҙәрен оноталар. Ваҡыт яғынан да алдан яҙҙырғанда ул сикле түгел. Ә бына тура эфирҙа һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Үҙ-ара бәйләнеш тә мөһим. Тамашасының битараф булмауын күрәбеҙ һәм был эшкә дәрт өҫтәй.
– Тимәк, йышылып бөткәнһеңдер, моғайын?
– Тулҡынланыу тойғоһо һәр саҡ бар, ул булырға тейеш тә. Әгәр юҡ икән, тимәк, тема дөрөҫ һайланмаған. Ҡурҡыу ҙа түгел ул, ә “Тема кешегә оҡшармы?” тигән борсолоу хисе. Декреттан сыҡҡас, тәүге мәлдә тулҡынлана торғайным. Өсөнсө курста уҡыған саҡта тура эфирға килеп сыҡтым, ҡурҡыуҙың нимә икәнлеген бөтөнләй белмәй инем, сөнки йәшһең, башҡаларға, спикерҙарға ышанаһың. Ә декреттан һуң байтаҡ ҡына тәжрибә туплаған кешеһең. Икенсе тапҡыр бала үҫтереп эшкә сыҡҡас, бер йылға тура эфирҙан баш тартып торҙом. Был өйҙә оҙаҡ ултырыуға бәйлелер. Ул саҡта аралашыу бер яҡлы ғына бит, ғаилә һәм бала. Ә бында, килеп сығыу менән, бар республиканы шаулатҡан тема Сибай ине. Иң билдәле эксперттарҙы йыйып килтергәйнеләр. Теманы Зөлфиә Рәхмәтуллина һайлап ҡалдырғайны. Ҡатмарлы булһа ла, бөтә редакция көсө менән йырып сыҡтыҡ. Коллегаларым да миңә ныҡ ышанды, шул көс биргәндер.
Етәксебеҙ Фәйрүзә Фәтҡуллина, эфир мөхәррире Вәрисә Ниғмәтуллинаға ныҡ рәхмәтлемен. Уларҙың ярҙамы иҫ киткес ҙур булды һәм әле лә шулай. Хаталарға ла юл ҡуйғанмындыр тәүҙә. Теманы асып бөтә алмаған саҡтар ҙа булды. Тапшырыуҙарға сценарийҙы үҙем яҙам, мөхәррирҙәр ҡарай, кәңәштәрен әйтә, теманы асырға ла улар өйрәтте. Шулай эксперттар һайларға өйрәндем. Нисек кенә булмаһын, һәр нәмәгә төрө яҡлы ҡараш кәрәк. Ҡыҫҡаһы, декреттан сыҡҡас, өр-яңынан уҡыным. Теманы күмәкләп һайлайбыҙ, тап бөгөнгө ваҡытта ниндәй тема көнүҙәк, шуны эфирға сығарабыҙ.
– Эксперттар тиһең, уларҙы нисек һайлайһығыҙ? “Текә” генә кешеләрҙе саҡырып буламы?
– Иң текә ҡунаҡтар мөһим сәйәси ваҡиғанан һуң төп тезистар буйынса һөйләшеү ойошторғанда килә. Мәҫәлән, һайлауҙан һуң, фән докторҙары, профессорҙар, академиктар менән һөйләшеү – ҙур кинәнес. Бындай кешеләрҙең ваҡиғаға ҡарашы иҫ китмәле байлыҡ бит. Ныҡ яратам шул теманы. Эфир ваҡытында асылған кешеләрҙе яратам, әгәр асып булмаһа, ҡайғырам. Теманы аса алмау – минең ғәйеп, тимәк, дөрөҫ һорау, дөрөҫ йүнәлеш бирмәгәнмен. Ваҡыт үткәс, шундай темаларға кире әйләнеп ҡайтабыҙ. Геройҙарым – сәйәсмәндәр, йәмәғәтселәр, республиканың ижтимағи тормошонда ҡатнашыусылар, ябай кешеләр.
Ә бына башҡорт эксперттарының булмауы – ҙур проблема, тип иҫәпләйем. “Медиайыйын”да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа был фекерҙе еткерҙек, яйлап хәл ителә башлаған да кеүек. Һәр министрлыҡ һәм ведомствола матур итеп башҡортса һөйләй белгән кеше булырға тейеш. Мәғариф һәм фән, һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарынан эксперттар бар, бәйләнештәбеҙ. Ҡайһы бер ведомстволар менән бәлә тыуа, әлбиттә. Ҡыҙыҡлы кеше килеп сыҡһа, үҙебеҙ йышыраҡ саҡырып, телде шымартырға ярҙам итәбеҙ.
– Федераль каналдарҙа һеҙҙеке ише тапшырыуҙар күп кенә, улар башҡорт телевидениеһынан айырыламы? Был айырма нимәлә?
– Һис шикһеҙ, айырыла. Федераль каналдағы тапшырыуҙа алып барыусылар, эксперттарын шарт-шорт туҡтатып, артабан китә, әҙәпһеҙерәк ҡылана кеүек. Ә беҙ халҡыбыҙҙа булған әҙәп тойғоһон һаҡлайбыҙ. Кешене матур итеп туҡтата белергә кәрәк, йылдар үтә килә мин дә быға өйрәндем. Беҙҙең тапшырыуҙа төп талап – туған телеңдә һөйлә. Кемдер тырыша, нисек булһа ла фекерен әйтә. Мин ундайҙарҙы “әҙәби телдә мин һөйләйем, һеҙ нисек булдыраһығыҙ, шулай һөйләгеҙ” тип йыуатам. Күңелдәрен төшөргө килмәй. Бер эшҡыуар килгәйне, “үҙ телемдә матур итеп һөйләшә алмайым” ти. Ингәнсе борсолдо, ҡыйынһынды. Һөҙөмтәлә, камералар тоҡаныу менән матур, аңлайышлы итеп һөйләп, ҡатмарлы запчастар тураһында аңлатып сыҡты. Әйткәндәй, алдан “Башҡортостан” гәзитен уҡып, телдәрен шымартып килгәндәр ҙә бар.
– Тура эфир булғас, көтөлмәгән хәлдәр ҙә осрайҙыр?
– Эйе, әлбиттә. Уңайһыҙ, урынһыҙ шылтыратыуҙар ҡабул иткәнем бар. Ундай осраҡта, яуап бирерлек эксперт булһа, уларға йөкмәтәм. Булмаһа, ниндәйҙер аңлатма бирәбеҙ, һәр хәлдә, иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ.
– Өс малай әсәһе икәнеңде беләбеҙ. Өфө янындағы ауылдан килеп йөрөүең тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Төнгә тиклем эфирҙар, көн буйы эш. Өлгөрөп, ваҡыт еткереп буламы?
– Эфир булһа, һуңыраҡ ҡайтырға тура килә. Ирем көтөп, алып ҡайта, аңлап ҡарай, уға рәхмәт. Малайҙарҙы яҡындарым, әсәйем ҡараша. Шунһыҙ эшләүе ауыр булыр ине. Күршеләргә ышанам, улар ҙа терәк. Өлкәнебеҙ Бәхтейәр VI класта, Баязит – дүртенселә, Байназар беренсегә барҙы. Тырышабыҙ инде. Хәҙерге заманда күп әсәйҙәр бала ла үҫтерә, эшләй ҙә.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Гөлсимә. Уңыштар юлдаш булһын һиңә!
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА