Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында төрлө саралар йыш ойошторола. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Ҡужанаҡ ауылының хөрмәтле ветерандары Зәлифә Тоҡомбәтова, Бибикамал Хафизова һәм Любовь Гладышева беҙҙә ҡунаҡта булды. Әйҙәүсе белгес И. Аслаева ҡунаҡтар өсөн музей залдары буйлап экскурсия ойошторҙо.
– Район үҙәгенә күпме киләбеҙ, музейҙы ҡарап сығырға бер ҙә башыбыҙға инмәгән, – тине ҡунаҡтарыбыҙ, бер-береһен бүлдереп. – Баҡтиһәң, ниҙер эҙләп ситкә сығырға кәрәкмәй, үҙебеҙҙең Иҫәнғол ауылы ла иҫтәлекле урындарға бик бай икән.
Ветерандарҙың ошолай әйтеүе беҙгә, музей хеҙмәткәрҙәренә, һис тә сәйер күренеш түгел, сөнки ошоға оҡшаш осрашыуҙарҙы ойошторған саҡта, ауылдарҙан йә Иҫәнғолдоң үҙенән булһынмы, күптәр тап ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай ҙа инде. Иң мөһиме, һәр кем райондың тарихын ҡыҙыҡһынып тыңлай, музейҙағы экспонаттарҙы яратып ҡарай, шуға күрә лә улар хушлашып ҡайтырға сыҡҡанда эшебеҙҙе ҡеүәтләгән рәхмәт һүҙҙәре әйтеп беҙҙе ҡанатландыра, уй-ниәттәрҙе тағы ла яҡшыраҡ, дәртләнеберәк бойомға ашырырға этәргес көс бирә.
Әйткәндәй, был юлы ла шуға инандыҡ. Ҡужанаҡтарҙың ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында музейҙың эшмәкәрлеге, экспонаттары, Ҡужанаҡ ауылы тарихы менән слайдтар аша танышыуы, улар буйынса фекер алышыу ике яҡ өсөн дә бик тә фәһемле булды. Гүзәл заттарыбыҙ, ҡасандыр “Победа” колхозында тырышып тир түккән бик күп танышын, туғандарын күреп, тәрән хәтирәләргә бирелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың да күптәре хәҙер гүр эйәһе инде...
Ҡунаҡтарыбыҙ буш ҡул менән килмәгән. Бибикамал Бәхтиғәни ҡыҙы туҡыу станогында үҙ ҡулдары менән һуҡҡан тәүге балаҫын музейға бүләк итте. Ул шәл конкурстарында ҡатнашыуы, унда призлы урындар яулауы тураһында илһамланып, мауыҡтырғыс итеп һөйләне. 2016 йылда районыбыҙҙа үткән республика шәл конкурсында беренсе дәрәжәләге дипломға лайыҡ булыуын үҙе өсөн иң ҙур еңеү тип билдәләне. Бәйгелә алдынғылыҡты бирмәгәне өсөн үҙенсәлекле самауыр бүләк иткәндәр. Ә унан алда республика шәл конкурсында ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булғаны өсөн ҡиммәтле костюм биргәндәр. Эштә лә һынатмаған Бибикамал Хафизова. Комсомолка булып Медногорск ҡалаһындағы “Урал” электр моторҙары заводының 18-се цехында эшләгәндә өс тапҡыр “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһе бирелгән. Артабан Үзбәк ССР-ының Бикабат ҡалаһындағы кирбес заводында диспетчер эшен алып барған. Ҡужанаҡ ауылының хужалыҡ тауарҙары магазинында – 11 йыл, тағы ла “Победа” колхозының ашханаһында биш йыл ашнаҡсы булған.
Зәлифә Нәжәр ҡыҙы сәй табынына күстәнәскә талҡан да, мейесендә бешереп, ашҡабаҡ та алып килгән. Яҡташыбыҙҙың аш-һыуға оҫталығы уның күңел йылыһын һалып бешергән, телде йоторлоҡ ризыҡтарынан күренеп тора. Афарин, Зәлифә апай! Өйөндә уңған ҡатын эш урынында ла һынатмай, тип әйтәләр бит. Ул ғүмере буйы ауылдаштары янында булған, улар күргәнде бергә кисергән. Әйтәйек, 1971 – 1998 йылдарҙа Ҡужанаҡ ауылы магазинында – һатыусы (ошо йылдарҙа ул өс тапҡыр – 1973, 1977, 1981 йылдарҙа – планын арттырып үтәп, район һатыусылары араһында ойошторолған социалистик ярышта еңеүселәр исемлегенә индерелгән), ә инде 1998 йылдан хаҡлы ялға киткәнсә ауыл мәҙәниәт йортонда төрлө вазифала эшләгән. Намыҫлы хеҙмәте өсөн 2016 йылда Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһын тапшырғандар. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул ун йыл дауамында мәҙәниәт өлкәһендә халҡына тоғро хеҙмәт иткән, йыл да район һабантуйҙарында ҡатнашып, халыҡ йолаларын пропагандалаған.
Өсөнсө ҡунағыбыҙ Любовь Гладышеваның да хеҙмәт юлы маҡтауға лайыҡ. Ул Иҫәнғолда тыуып үҫкән, урындағы 1-се мәктәпте тамамлағас та почтаға ваҡытлыса эшкә урынлашҡан. Осраҡлы ғына башлаған ошо эше Любовь Михайловнаның ғүмерлек һөнәренә әйләнгән.
– Әсәйем дә оҙаҡ йылдар почтала эшләне, унан һуң үҙем дә ҡәҙерлем кеүек гәзит-журнал, хаттар тараттым, хәҙер иһә ҡыҙым ошо һөнәрҙе үҙ итте, – тип ғорурланып һөйләй әңгәмәсем. – Почтаға бер килгәндәр унда оҙайлы ваҡытҡа тороп ҡала, сөнки почта бүлексәһенең үҙендә эшләйһеңме йәки халыҡҡа өй беренсә йөрөп ваҡытлы матбуғат таратаһыңмы, ул ныҡ ҡыҙыҡлы эштәрҙең береһе.
Любовь Гладышеваның тормош иптәше Николай Михайлович 30 йыл дауамында Ҡужанаҡ мәктәбендә хеҙмәт дәресенән уҡытҡан. Малайҙарға ағастан төрлө әйберҙәр эшләү буйынса күнекмәләр биргән, өйөндә лә барлыҡ йыһазды үҙе яһаған. Хужаһы оҫта булғанға күрә, Гладышевтарҙың йорто Ҡужанаҡ ауылында өлгөлөләр иҫәбендә.
Ғөмүмән, районыбыҙ ауылдарында йәшәгән, әлеге ваҡытта көн күргән һәр хеҙмәт ветераны ихтирамға лайыҡ. Шуның өсөн дә беҙ һәр осрашыуҙа уларға мөмкин тиклем иғтибарлы булырға тырышабыҙ. Ошо осрашыуҙа ла хеҙмәт ветерандарының һәр береһен тыуған көндәре менән ҡотланыҡ. Тыуған илебеҙ өсөн заманында намыҫлы тир түккәндәре өсөн һәммәһенә лә район музейының Маҡтау грамоталарын тапшырҙыҡ. Үҫеп килгән йәш быуынды ата-бабаларыбыҙҙың хеҙмәт өлгөһөндә тәрбиәләү өсөн уларға музей хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Ҡужанаҡ ауылының тарихы” китабын да бүләк иттек.
- Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ