Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2022, 11:30

Күҙ уңында - йәштәр

Радий Хәбиров заманса шарттарҙа йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты

Күҙ уңында - йәштәр
Күҙ уңында - йәштәр

22 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров заманса шарттарҙа йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин алып барҙы.

Үҙ сығышында дәүләт башлығы, Рәсәй властарының бурысы – быуындарҙың тәрән күсәгилешлелеген тәьмин итеү, тип белдерҙе.

– Йәштәр проекттарының йөкмәткеһе бөгөн оло әһәмиәткә эйә. Геосәйәси характерҙағы билдәле ваҡиғалар менән бәйле йәштәр мәғлүмәти һөжүмгә осраны һәм яҡлауһыҙ хәлдә ҡалды. Был мәғлүмәти көрәш һәр ваҡыт актуаль булды, әммә хәҙер ул айырыуса киҫкен характерға эйә, – тине Владимир Путин. – Беҙҙең бурыс – Рәсәйҙең йәш кешеләренә аныҡ белем рәүешендә ныҡлы терәк биреү һәм ошо маҡсатта, шул иҫәптән уҡыу процестарына Рәсәй дәүләтселеге тарихына һәм нигеҙҙәренә арналған айырым академик курс әҙерләү һәм индереү.

Рәсәй Президенты шулай уҡ аң-белем таратыу йүнәлешендәге һәм йәш быуынға формаль булмаған ҡараш проекттарының мөһимлеген билдәләне.

– Йәштәрҙең ихтыяждарын һиҙгер ишетергә, Рәсәй йәштәренең күп милләтле булыуын һәм төрлө конфессия вәкилдәрен иҫәпкә алырға кәрәк, шуға күрә бында нескә һәм юғары дәрәжәлә нәзәҡәтле эш итергә кәрәк, – тине дәүләт Башлығы.

Владимир Путин йәш рәсәйҙәрҙең ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыуын, атап әйткәндә, махсус хәрби операция зонаһында кешеләргә ярҙам иткән ирекмәндәрҙең ҡатнашыуын айырым билдәләне.

Билдәләп үтәйек, Башҡортостанда йәштәргә ҡараған 14-35 йәштәрҙәге 1,1 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.

Төбәктә 1 288 дөйөм белем биреү мәктәбе, 93 колледж һәм 27 юғары уҡыу йорто эшләй. Бынан тыш, 177 йәштәр үҙәген, 415 патриотик клубты берләштергән 65 йәштәр сәйәсәте учреждениеһы эшләй.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас