Раевка шәкәр заводында эшләгән ирҙәр йорттарында тимер бөгә, ҡойма тота, ихаталарын сынъяһау итә. Һәр оҫтаның үҙ стиле, үҙ һәләте, тигәндәй.
Руслан Мәжитов, йәш кенә ғаилә башлығы булыуына ҡарамаҫтан, ике йыл эсендә тимерҙән сүкеп, селтәрле әйберҙәр яһау оҫтаһы булып танылған. Ауыр эштең үҙенсәлектәрен дә өйрәнгән. Кемдән тип һораһағыҙ, бергә шәкәр етештергән хеҙмәттәшенән. Егет хеҙмәт ҡорамалдарын да үҙе эшләй. “Тәүҙә әйберҙең дизайнын уйлайым, тейешле кәрәк-яраҡты әҙерләйем һәм аҙаҡ конструкцияны йыям. Иң ҡатмарлыһы – төрлө һындарҙы эшләү”, – ти йәш оҫта.
“Мәжитовтарҙың ихатаһын тимерҙән сүкеп яһалған төрлө әйберҙәр биҙәй”, – тип һоҡланып яҙа “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите. Руслан ҡапҡа, мангал эшләп ҡуйған, оҫта ҡулында дельфин, болан, ҡош һындары йәнләнгән, хатта тимер ҙә сәскә атҡан!
Ул бөтә матурлыҡты ҡатыны Элинаға бүләк иткән. Раевка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән хужабикәнең бөхтәлек, гүзәллек яратыуын Руслан яҡшы белә. Уларҙың шуҡ, шаян малайҙары Камил менән Ранэль дә атайҙарынан оҫталыҡҡа өйрәнергә, барыһын да белергә тырыша. Яратҡан шөғөлө менән булышырға ғына һәр саҡ ваҡыт тәтемәй, Раевка шәкәр заводының төп цехында оператор булып эшләү ир-егеткә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә.
- Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА
Әлшәй районы