Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша, мөғжизәләр була. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Сафина Күҫәкованың да күптәнге хыялы Яңы йыл алдынан тормошҡа ашҡан. Ҡыҙ Өфөгә барып, театрҙа, музейҙа булырға һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубының уйынын ҡарарға хыял итә. Сафинаның баш ҡалаға күп килгәне бар, әммә дауаханаға ятыу өсөн генә – ул табиптарҙың ярҙамына мохтаж.
Ниһайәт, ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашты. Улар атаһы менән бергә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткән тамашаға килде. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова уға яңы йыл бүләген тапшырған. Тамашанан һуң ҡыҙ Милли музейға инеп сыҡҡан, шулай уҡ «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән Яңы йыл шыршыһында ҡатнашҡан.
Ҡыҙ буш ваҡытында күп уҡый, фортепианола оҫта уйнай, Ҡаҙағстандағы «Астана классик» һәм Краснодарҙа үткән «Дорога к успеху» конкурстарында лауреат булған.
Әйткәндәй, «Теләктәр шыршыһы» акцияһы 15 декабрҙән 29 декабргә тиклем үтә. Унда хатты [email protected] электрон почтаһына ебәрергә йә «Башҡортостан» дәүләт концерт залына ингән урында ҡуйылған йәшниккә һалырға мөмкин.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан