Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2022, 16:10

Әсе ҡатыҡ

Зәйнәб әбей ауылды ярата. Ер саҡ ҡына ҡарҙан әрселгәс тә, авто­бус туҡталышына ашыға. Быйыл да был ғәҙәтенән баш тартманы, йәшел үлән моронлау менән, бер ту­ған һеңлеһе Сәриә янына юл тотто.

Эйе, ул ауылды ихлас ярата. Үҙе лә бит ҡасандыр ауыл ерендә йәшәй ине, ер кешеһе булып һанал­ды. Тик олоғая төшөп, күҙҙәре насарайып, аяғы ауырта башлағас, балалары “ай-вайына” ҡарамай, үҙҙәре янына күсереп алып китте. Хәҙер әбей бына ошолай ҡала менән ауыл араһында ике-ара бер тирә йәшәп ята.

Ә яңғыҙ йәшәгән Сәриә һеңлеһе апаһын көтөп ала алмай бер була. Мыжығыраҡ булһа ла, бергә-бергә инде. Һөйләшер кешеһе бар, иптәш тә. Унан бигерәк бер туғандар бит улар! Туған тигәндән, күршелә генә Сәриәнең ике-өс туғандары, бер туған ағаһының улы Талип та ғаиләһе менән йәшәп ята. Һуғышта һалҡын алдырып ҡайтҡан Сәриә­нең үҙенең балалары булмағас, улар инәйгә ярҙам итә. Аҡтан айырмай, иттән дә өлөш сығара, өй ти­рә­һендәге эш тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

...Быйыл Зәйнәб ауыл, йәшеллек менән бергә әсе ҡатыҡ та һағынып ҡайтҡайны. Ай буйы ошо ризыҡты тәмләгеһе килеп тик торҙо. Магазин кәштәләре тулып ята ла бит, тик ауылса түгел шул. Ә баҙар тирәһе­нән алырға Зәйнәб сирҡана ине. Шуға, ҡайтып, арлы-бирле иткәс тә һеңлеһенән: “Әсе ҡатығың бармы?” – тип һорай һалды. Юҡ икән. Әммә һауыт-һаба йыуып торған Сә­риә апаһына табаҡ тотторҙо ла Талиптарға инеп һорарға ҡушты. Туған булһалар ҙа, ҡаланан ҡайт­ҡанда түгел, ауылда йәшәгәндә лә йүнләп аралашып бармаған ҡусты­һы яғына табан атлап китте ҡунаҡ.

Талип өйҙә үҙе генә икән. Ҡа­тыны магазинға киткән, балалар күп­тән ҡалала йәшәп ята. Килеп ингән апаһына тиҙ генә сәй ултырта һалды хужа. Табында нимә генә юҡ ине: бал да, май ҙа, ҡаймаҡ та, ауыл мейесендә бешерелгән ик­мәк... Тик Зәйнәбтең ҡатыҡ эскеһе килә ине шул. “Әппәр” итеү менән ҡунаҡ төп йомошона күсә һалды. “Эй, апай, ҡатыҡтан күп нәмә юҡ!” – тип йылмайып, төп бүлмәгә инеп тә китте Талип. Табаҡ тотоп килеп сыҡҡанда йәнә шул һүҙен ҡабатла­ны һәм: “Һуғыш ваҡытымы ни, ри­зыҡ мул!” – тип өҫтәп ҡуйҙы. Юҡ, юрамал ғына әйтмәне ул, үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты. Бәлки, йылдар буйы йөрөгән күңел яраһы бүҫеп сыҡҡандыр.

...Эйе, ул саҡта нәҡ ауыр һуғыш йылдары ине. Тол ҡалған Ғәлиә бере­һенән-береһе бәләкәйерәк биш малайына нимә ашатырға белмәй аптырай. Йәйен үлән бар ҙа бит, тик бына иртә яҙын бигерәк ауыр. Нисек кенә булмаһын, балалар тураһында ғына уйланмай шул Ғәлиә, колхоз эшенән бушай алмай. Шул эш тип йөрөп, һыйыры­нан ҡалды. Тимәк, аҡтан да ҡалды тигән һүҙ. Ә бер көн төпсөгө Талип иртән торғас, асығыуҙан эсе “олой” башлағас, күршеһендә торған Зәй­нәб инәйҙәренә табаҡ күтәреп йү­герҙе. Бәлки, уҫал инәйҙәренә инеү­ҙән малайҙы берәйһе тыйыр ҙа ине, тик әсәй кеше – эштә, ағай­ҙары ҡайҙалыр китеп олаҡҡан ине. Бәхетенә Зәйнәб инәһе өйҙә булып сыҡты. Үҙенең әсәһе эштә булһа ла, инәйенең ни өсөн өйҙә икәненә сабый төшөнөп тә бөтмәне, әммә быға ул ҡыуанып ҡуйҙы. Туғандар бит улар, ситләтмәҫ, тип  ололарса уйлап ҡуйҙы кескәй бала һәм  бер табаҡтың төбөнә генә әсе ҡатыҡ һалып биреүен һораны. Әммә уҫал инәйе: “Ағай үлгән, арба ватыл­ған”, – тип кире бороп сығарҙы. Түгелеп илаған малайға буш табағын тотоп ҡайтып китеүҙән сара ҡалманы.

...Зәйнәб инәй менән Талиптың күҙ ҡараштары бер мәлгә генә осрашты. Шул саҡ икеһе лә теге ва­ҡыт­тағы әсе ҡатыҡты иҫкә төшөрҙө һәм, ҡунаҡтың ҡулдары ҡалтырай башлап, табаҡ иҙәнгә төшөп китте. Әсе ҡатыҡ иҙән ярыҡтарына йүге­реп инеп юғалырға ашыҡманы, ә ҡуйырып ята бирҙе. Бер аҙҙан иҙән һөртөлдө, Талип, табаҡҡа йәнә әсе ҡатыҡ тултырып һалып, ҡунағын Сәриә инәйҙәренә табан оҙата китте. Туғандар бит улар...

- Мансур РӘМИЛЕВ

Читайте нас: