Һәр төбәктә йәшәүселәрҙең үҙ мәшәҡәте, шатлыҡ-көйөнөстәре. Бер проблеманы хәл итеүгә яңыһы ҡалҡа, ошо рәүешле тормош үҙ яйы менән аға. Халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуҙы хәстәрләү мәсьәләһе – һәр төбәктә уртаҡ күренеш.
Краснокама тарафтарында булғанда, Шушнур ауыл хакимиәте башлығы Эльвира Ғиләжетдинова менән күрешеп, ошо биләмәлә йәшәүселәрҙең көнкүреше, борсоған мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһындыҡ.
– Эльвира Наил ҡыҙы, биләмәлә төҙөкләндереү буйынса күрелгән саралар тураһында нимә әйтерһегеҙ, 2022 йыл нимәһе менән үҙенсәлекле булды?
– Шушнур ауыл биләмәһенә ете ауыл һәм коммерцияға ҡарамаған бер баҡсасылыҡ ширҡәте инә. Халыҡ һаны мең ярымға яҡын. Төҙөкләндереү йәһәтенән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһының файҙаһын күрәбеҙ. Унда 2016 йылдан ҡатнашабыҙ һәм күп нәмәгә өлгәштек. 2016-2017 йылдарҙа Яңы Аҡтанышбаш һәм Шушнур ауылдарында зыярат ҡоймаларын яңырттыҡ, 2018-2019 йылдарҙа Яңы Аҡтанышбаш мәктәбенең тәҙрә-ишектәре, электр селтәрҙәре алмаштырылды, йылы бәҙрәф эскә көйләнде. 2020 йылда ла ошо уҡ ауылда клубтың ишек-тәҙрәләрен алмаштырҙыҡ. 2021 йылда был программала ҡатнашып, конкурсты уңышлы үттек. Был йылда Шушнур ауыл мәктәбенең тәҙрәләре өр-яңынан ҡуйылды. Алдағы йылда ла халыҡ “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Был юлы Түбән Таҡыя ауылында зыярат ҡоймаһын яңыртмаҡсыбыҙ. Әлбиттә, программала ҡатнашыу өсөн халыҡтың теләге һәм ярҙамы кәрәк. Бары тик бергә һәм берҙәм булыуыбыҙ арҡаһында был эштәрҙе башҡарып сығырға мөмкин.
Башҡа программаларҙың да ярҙамын тоябыҙ. Мәҫәлән, былтыр “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса Түбәнге Таҡыя ауылында йәйәүлеләр өсөн йылға аша күпер ремонтланды. Уға тиклемге йылдарҙа Яңы Мошто ауылында спорт майҙансығы һәм Яңы Аҡтанышбашта балалар майҙансығы булдырылды.
– Ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙе борсоған, алда торған проблемалар ҙа барҙыр?
– Хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Юлдар иғтибар талап итә, уларҙы яңыртырға кәрәк. Әлбиттә, йыл һайын ремонт яһап, мөмкин булғанса төҙөкләндереп торабыҙ. Сүп-сарҙы сығарыу буйынса ла хәл итәһе мәсьәлә бар, сүпте айына бер алып китеүҙәре борсой. Ошо эште яйға һалырға кәрәк.
Ғөмүмән, киләһе йылда ла халыҡтың мәнфәғәтен хәстәрләп эшләргә, йәшәргә тигән маҡсатыбыҙ юғалмай. Был йүнәлештәге эш бер ҡасан да туҡталырға тейеш түгел.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА