

Абхазия тәбиғәтенең иҫ киткес хозурлығы, Кавказдағы иң гүзәл легендар Рица күле, мөһабәт тауҙары, каньондары тураһында ишетеп кенә белә инем. Йылы яҡтарҙа диңгеҙ күреп, туйғансы һыу инеп, бәрхәт миҙгелдә ҡояшта ҡыҙыныу теләге менән сәфәргә юлланыу насип булды. Нәҡ ошо республикаға ял итеүгә өҫтөнлөк биргәндәрҙе аңланым, буғай.
Поезда барған ике тәүлек “һә” тигәнсә үтеп китте. Адлерға ҡараңғы төшкәндә генә барып етһәк тә, юлыбыҙ уңып ҡына торҙо, таныш түгел ерҙә таксистар үҙ хеҙмәтен тәҡдим иткәс, ризалаштыҡ. Таможня үтәһе бар икән, Рәсәй – сығырға, артабан Абхазия үҙ биләмәһенә инергә рөхсәт бирә. Быны үткәс, водитель алдан һөйләшелгән тәғәйен урынға елдерҙе. Адлерҙы сыҡҡас, ҡараңғы трассанан барғанда, күңелде ниндәйҙер шом да биләп ҡуйҙы-ҡуйыуын... Ҡайҙа ҡарама – емереклек, ташландыҡ биналар...
Таксист 1-1,5 сәғәттә йәшәйәсәк урынға илтеп ҡуйҙы. Хужа кеше сығып ҡаршыланы. Ҡатыны, икенсе ҡаттағы йоҡо бүлмәһенә оҙатып, ҙур лоджияның тотош беҙҙең ҡарамаҡта булыуын әйтте, йыуыныу, бәҙрәф, аш-һыу бүлмәһен күрһәтте. Килешелгән хаҡы бик ҡулайлы булғас, ышанмайыраҡ та торҙоҡ бындай иркенлеккә!
Беҙ йәшәгән ҡасаба Лзаа тип атала, ул Пицунда ҡалаһынан бер-ике саҡрымда ғына икән. Иртәгәһенә диңгеҙҙе тиҙерәк күреү теләге менән иртәрәк тороп юлландыҡ. 15 минут тирәһе атлағас, барып та еттек. Байтаҡ халыҡ йыйылған да инде бында.
Бына ниндәй икән ул – диңгеҙ! Осо-ҡырыйы ла күренмәй! Әйтерһең, офоҡҡа тоташҡан! Йыраҡтағыһы ҡалҡыуыраҡ бит, ни ғәжәп һыуы был яҡҡа һарҡымай тора икән? Ә һыуҙың йылылығы, йомшаҡлығы, сафлығы, һәр ташы, бар һыу аҫты үтә күренә. Беренсе тәьҫораттан аңыбыҙға килеп, йөҙөргә төшәбеҙ. Диңгеҙ тып-тын, ә төҫө әйтеп аңлатырлыҡ түгел, йылы һыу тәнде наҙлай. Аҙ ғына ел сыҡҡанда, ажарланып килгән тулҡынды аша үтһәң генә, сәңгелдәктә ятҡандай бәүелергә була. Шулай кинәнеп һыу инеп, ҡыҙынып, ике көнөбөҙ үтте.
Ғәжәпкә ҡалдырғаны шул: ҡайҙа ҡарама – һыйыр малы, көтөү юҡ, күрәһең, юлда ла күп, водителдәр һис һуҡранмай урап үтә, әллә инде Һиндостандағы кеүек “изге” улар... Республика бай һаналмаһа ла, сит илдең “текә” машиналары күп, ә бында бер предприятие ла юҡ. Халыҡ емеш-еләген һата, күбеһенсә ҡунаҡхана тота, миҙгелдә йортона кеше индереп, аҡса эшләп ҡала, такси хеҙмәте лә ныҡлы үҫешкән.
Артабан ҡулай вариант килеп сыҡҡас, экскурсияларға йөрөргә булдыҡ. Беренсе көндә көкөрт-водородлы йылы сығанаҡта ванна индек, аҙаҡ шифалы ләмгә буялып, ҡайнар үлән сәйе менән һыйланып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Ә иртәгәһенә Кавказдағы легендар Рица күленә сәйәхәткә юл тоттоҡ. Борма-борма юлдары бик шыма, соҡор-саҡыр юҡ. Үәт, исмаһам, матурлыҡ! Күккә олғашҡан мәғрур тауҙар, өҫкә ишелеп килгән ҡаялар, хатта тын ҡурыша, ә тау баштарына болот “ҡунған”. Күлде бөтә яҡлап та урман-тау, ҡаялар уратып алған, диңгеҙ кимәленән 824 метр бейеклектә ята, оҙонлоғо – 2490 метр, ә киңлеге – 270 метрҙан 870 метрға тиклем. Бында бер генә төр бағыр балығы бар. Яр һыҙаты алты километрҙан ашыуға һуҙылған. Тын алыуы ниндәй еңел! Халыҡ телендә бик тапҡыр аталған “Хуш, илем” исемле тарлауыҡ һушты алды. Зәңгәр күл, “Ирҙәрҙең күҙ йәше”, “Ҡатындарҙың күҙ йәше” шарлауыҡтары, каньон, “Таш ҡапсыҡ”тан бараһы ла бараһы ине...
Ошонда уҡ Сталин дачаһына экскурсия ойошторолдо. Сталин өсөн 1947 йылда махсус төҙөлгән дача һаман да яҡшы һаҡланған, сөнки ул иң ҡиммәтле ағастарҙан ғына һалынған.
Һалҡын һәм ҡайнар һыу, йылылыҡ менән тәьмин ителгән дача. 8,5 гектар парк биләмәһендә ҡара тупраҡ түшәлгән, еләк-емеш, ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған. Дача быуаттар дауамында үҫкән ҡарағайҙар менән уратылған. Сталин бойороғо менән ҡыҫҡа арала объектты электр менән өҙлөкһөҙ тәьмин итер өсөн ГЭС төҙөлгән. Дача тирәһен бер нисә тиҫтә офицер һаҡлаған. Юлбашсы ялға килгәндә һаҡ бер нисә тапҡырға арттырылған. Һәр бүлмәлә хәүефһеҙлек төймәһе ҡаралған, улар һаман ғәмәлдә. Иосиф Виссарионович ҙур өҫтәл янында туҡланған, аҙыҡ һәр ваҡыт 24 кешегә ҡуйылған, бер кем дә, бер ҡасан да хужаның ҡайҙа ултырасағын белмәгән. Дача тәҙрәләре тау гәлсәренән эшләнгән, эҫелә эҫе үтмәгән, ә һалҡын көндәрҙә бүлмә эсендә йылылыҡ һаҡланған. Бер нисә ванна бүлмәһе булған, хужа махсус йылытылған диңгеҙ һыуында йыуынған. Аҙыҡты башҡа дачала бешергәндәр, сөнки ул бындай еҫтәрҙе өнәмәгән. Әҙер ризыҡты катерҙа (ул һаман да бар, теләгән кешене йөрөтәләр күл буйлап) ташығандар.
Ҡайтып китергә бер көн ҡалғас, “Абхаз табыны” экскурсияһын күреү ҙә насип булды. Бында ла иҫ китмәле. Беҙ барған ғаиләнең 25-30 гектар ере барҙыр, унда ниндәй генә емеш үҫмәй! Республикала ер һатылмай икән, шуға күрә зыяраты ла һәр кемдең үҙ биләмәһендә. Шулай, сөнки һәр ғаиләнең шәхси ере 5 гектарҙан да кәм түгел. Уларҙың ғәҙәти ризығы – мамалыга (кукуруз бутҡаһы) әҙерләп күрһәттеләр, фасолде бешереп иҙеп, тоҙло сыр, алычанан әсе соус, шашлыҡ ҡурғандарына ла шаһит булдыҡ. Табында ошо ризыҡтар менән һыйландыҡ. Ҙур сәхнәлә Абхазия дәүләт бейеүҙәре ансамбле осҡон сәсрәтеп сығыш яһаны, саксофонда классик көйҙәрҙе тыңланыҡ. Бында инде махсус бизнес тип әйтәйек: 500 – 700 кеше һыйырлыҡ урын әҙерләнгән. Оҙон, ҙур өҫтәлдәр теҙелгән, халыҡ туйҙар, юбилейҙар үткәрә.
Башҡортостанға ҡайтҡас та әле бер нисә көн ошо ҡабатланмаҫ тәьҫораттарға бирелеп, онотолоп йөрөнөм. Шундай гүзәл ергә тағы ла барыу насип булһа ине!..
- Мәрхәбә ҒӘЙНЕТДИНОВА