Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2022, 22:00

Ун күркәнән бер һыйырға торошло ит сыҡҡан!

“Үҙебеҙҙең блогер” бөтә районды һыйлай.

Ун күркәнән бер һыйырға торошло ит сыҡҡан!
Ун күркәнән бер һыйырға торошло ит сыҡҡан!

Бөрйән районының Ҡолғона ауылында йәшәгән Сәлих Ғәйетбаев “Бәйләнештә” селтәрендә ауыл тормошона ҡағылышлы ҡыҙыҡлы фотолар, яҙмалар менән уртаҡлашып бара. Уны урындағы халыҡ “үҙебеҙҙең блогер” тип атай.

Ғәйетбаевтар - үҙ хужалығын гөрләтеп алып барған йүнсел хужалар. Сәлихтең тормош юлдашы Рәмзинә ханым – КФХ етәксеһе. “Үҙҙәре уңған, ныҡыш, тәүәккәл, ферма тултырып мал, оя тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, хужалыҡтарынан артҡаны менән бөтә районды һыйлайҙар”, - тип яҙҙы улар тураһында райондың “Таң” гәзите.

Быйыл Ғәйетбаевтар шәхси хужалығында күркә лә аҫраған. “Ун күркә себеше алғайныҡ, бер һыйырға торошлоҡ ит сыҡты. Иң елле күркәбеҙ 17 кило тартты”, - ти Сәлих. Фотола улар 13 килограмлыҡ күркә менән. Бөрйән халҡы Ғәйетбаевтарҙың продукцияһын бик яратып һатып ала.

Уңған, йүнсел хужаларға уңыштар, именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Фотолар: Ғәйетбаевтарҙың шәхси архивынан.

Ун күркәнән бер һыйырға торошло ит сыҡҡан!
Ун күркәнән бер һыйырға торошло ит сыҡҡан!
Ун күркәнән бер һыйырға торошло ит сыҡҡан!
Ун күркәнән бер һыйырға торошло ит сыҡҡан!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: