“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы күп йылдар буйы йыйылған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең бер ысулы булып тора.
Баймаҡ ҡалаһының иң матур ‘’Миләш’’ балалар баҡсаһы асылыуға тиҫтә йыл ғына булһа ла, ярҙамға мохтаж. Балаларыбыҙ сәләмәт булып, тышта күберәк уйнап, көс алып үҫһен өсөн, беҙгә яңы уйын майҙансығы кәрәк. Яңы программа ғәмәлгә ингәс тә, беҙҙең коллектив, ата- әсәләр, балалар баҡсаһына яҡын йәшәгән урам халҡы ла ошо башланғысты дәррәү күтәреп алды һәм үҙ көсөн һынап ҡарарға булды.
Беҙҙең маҡсат – СанПин ҡағиҙәләренә тап килерлек уйын майҙансығын ҡоролмалар менән тәьмин итеү. Программаға ҡушылыу өсөн ата-әсәләр, педагогтар һәм урам халҡы әүҙемселәренән инициативалы төркөм төҙөлдө. Улар программа буйынса аңлатыу эштәре алып бара. Төрлө осрашыуҙар, балалар ҡуйған концерт, йәрминкәләр, листовкалар таратыу, үҙебеҙҙең дуҫтар – Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе коллективы менән үткәрелгән саралар беҙҙең башланғысҡа көс-дәрт өҫтәй.
Ил төкөрһә, күл булыр, тигәндәй, маҡсаттарыбыҙға өлгәшербеҙ, тип өмөт итәбеҙ.
- Мәүлиҙә ҠАШҠАРОВА,
Гөлфиә МӨХӘМӘТЙӘРОВА