Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2022, 16:09

Яуаплы вазифа

...Быймаларҙы ҡатҡан ҡарға шығырҙатып баҫып, әллә кем булып сығаһың картуф баҡсаһына. Битте һыуыҡ семетеп ала, ҡулдарҙы ла өшөтә, әммә уға иғтибар итмәйһең, сөнки һин хәҙер бала-саға түгел, үҙеңә ҙур эште ышанып тапшыралар – һуғым һуйышаһың!

– Арҡанды күрмәнеңме?

– Йылы һыу алып сыҡ, йылы һыу, тим...

– Йүгерә һал, абзыйҙарыңа ҡул йыуҙырт!

...Аңлағанһығыҙҙыр инде, һуғым һуйыша тигәс тә, әле мал салыу түгел инде. Ҡайҙа, ти, малды йығышыу бурысына ла яҡын юлатмайҙар әлегә. Уның ҡарауы, һинән бәхетлерәк кеше юҡ донъяла! Ығы-зығы, өмәгә туғандар килеүе, шаярыу-көлөүҙәр, ярҙам иткәндә маҡтап ебәреүҙәре... Барыһы ла малай күңеленә май булып яғыла.

Малды йыҡҡас, яҡын килергә, тунағанда хатта (!) уның аяғын тотоп, ярҙамлашып торорға мөмкин. Төртмә телле ағайҙар бер минут тын тормай ошо арала, әле былай тип, әлеге тегеләй әйтеп шаярта. Үгеҙ малы булһа, бигерәк тә кендек аҫты тирәһен тунағанда ир затына бәйле берәй ҡыҙыҡлы хәбәр әйтеп, мәрәкәләп ала. Көлһөндәр әйҙә! Үҫкәс, мин дә шулай мал тунағанда көлөрмөн әле...

Малды тунап бөтөп, эс-ҡарынын төшөрөүгә (беҙҙең яҡтарҙа шулай тип һөйләйҙәр) йәнә өйгә йүге­рәһең, ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырырға. Әйткәндәй, һәр ингән мәлдә өйҙә йылынып алырға ла мөмкин, тик ҡайҙа, ти, һин бит эш кешеһе (!), ваҡыт юҡ.

...Ҡатын-ҡыҙ, эс-ҡарынды та­баҡтарға һалып, саналарға тейәп, һыу буйына йүнәлә, кеше әҙерәк булһа, алып барышаһың, йыуғанда эсәктәрҙе тапашып тораһың. Шунан кире өйгә йүге­рергә кәрәк, сөнки һуғымсылар, бысаҡтарын йыуып, иттәрҙе түшкәләргә бүлеп, ҡаны һарыҡҡансы тип элеп тора,  шул арала үҙҙәре сәй эсергә инеп китә. Эттәр йәбешмәһен тип, кемдер ҡарап торорға тейеш был ваҡытта. Шул ҡарауылсы һин инде!

– Ҡара уны, ташлап китмә!

– Хәҙер сығабыҙ.

– Эт-маҙар йәбешеп ҡуймаһын...

“Хәҙер сығабыҙ”. Эйе, сыҡтылар, ти, хәҙер. Яйлап ултырып сәй эскәнсе, хәбәр һөйләшкәнсе әллә күпме ваҡыт үткәндәй ит һаҡсыһы өсөн. Унан бигерәк ир-егеттәр, һуғымсылар араһында була алма­уың үкендерә, үҙеңде төркөмдән айырылғандай хис итәһең шул ваҡытта. Тик ни ҡылаһың, сабыр ғына көтөргә кәрәк, һиңә яуаплы вазифа йөкмәтелгән дәбаһа! Өшөйһөңмө – түҙеп тор, асыҡ­тыңмы – хәҙер алышты­рырҙар.

...Кис. Инде һуғым мәленең олоһо өсөн дә, бала-сағаға ла иң тәмле мәле етә. Яңы ғына һуйған малдың итенән өлөш, һурпа тәмләп ҡарауҙары – үҙе бер бәхет бит ул, йәмәғәт. Шулай ҙа, ул мәлдәр түгел, “яуаплы вазифа” үтәп, йомошсо булып йүгереп йөрөгән саҡтар, ит һаҡлап “поста тороуҙар” йышыраҡ иҫкә төшә. Күрәһең, малайҙар өсөн иң ҡәҙерлеһе шул булғандыр. Уйлай китһәк, ошондай яуаплы мәлдәр аша ололар беҙҙә бына нисек сабырлыҡ тәрбиәләгән икән, оло быуынға хөрмәт уятҡан, эшкә өйрәткән! Шуға ла хәҙер иҫтәлек­тәр­ҙә һаҡланған һуғым ашы ла, һуғым эше лә ҡиммәт хәтирә минең өсөн.

...Ауылдан шылтыраталар:

– Һуғым һуйып алырға ине, – ти ағай.

– Нимә алып ҡайтырға, кеше­ләрең бармы? – тим.

– Бер нимә лә кәрәкмәй, кеше тип, һин дә мин, Мөхәммәт тә Сәлим инде.

Эйе, беҙҙе сабырлыҡҡа, эшкә өйрәткән ағайҙар китеп бөттө шул аранан, мал салыусылар ҙа һирә­гәйә, хәйер, эшкә өйрәтеү түгел, өйрәнеүселәрҙе лә бармаҡ менән генә һанарлыҡ булып бара шул. Инде үҙең тунашһаң да, һаман да йомошҡа үҙең йүгерәһең, үҙең эсәк тапашаһың. Әлбиттә, хәҙер алымдары ла башҡа, техника ярҙамында бер кеше бөтә эште башҡара – тик уныһы инде башҡа мәсьәлә. Юҡһа, ана былтыр һуғым һуйы­шырға түгел, кис ашҡа ғына саҡырҙылар, мәшәҡәтлән­мәйем тип, кеше яллайһың да эш бөттө бит хәҙер.

Ә шулай ҙа... һуғымдар булһын әле, һуғымға саҡырыусылар бул­һын, ризамын тунашырға ла, тапашырға ла, яуаплы “поста торорға” ла...

- Рәмил МАНСУРОВ

Читайте нас: