Яңы Моштонан Рәүилә менән Фирҙәүес Ғәниевтәрҙең өйө тирә-яҡты балҡытып, ауыл биҙәге булып ултыра. Был йортта оҫта йәшәгәне әллә ҡайҙан күренә. Краснокама яҡтарына юл тотҡанда ошо уңған ғаилә менән таныштыҡ.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй, ғаилә башлығы заманында электрик, механизатор, водитель, машина менән һауыу мастеры һөнәрҙәренә уҡып сыға, һәм уларҙың барыһының да донъя көткәндә кәрәге тейә. Өйөн дә тулыһынса үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Һәр биҙәгенә күңел йылыһын, күҙ нурын һалғанға ла бик күркәм килеп сыҡҡан ул. Әйткәндәй, үҙе йорт һалған хужалар араһында уҙғарылған конкурста ла заманында Ғәниевтәрҙең күркәм өйө республикала беренсе урын да яулаған. Оҫтаның даны тиҙ тарала, башҡалар ҙа күрә, мөрәжәғәт итеүселәргә йорт һалып бирергә лә өлгөрә ул.
Балта эшенә оҫталығы әсәһе яҡлап олатаһынан күскән. Гөбө, икмәк силәге, ағас ҡалаҡтар, ярма ташы һәм башҡа әйберҙәрҙе үҙ ҡулдары менән яһаған ул заманында. Олатаһы 1961 йылда вафат булһа ла, эшләгән ҡалаҡтары әле лә иҫтәлекле ҡомартҡы булып һаҡлана. Фирҙәүес Барый улы, бынан тыш, иретеп йәбештереү, һүрәт төшөрөү, гармунда уйнау, уны төҙәтеү һәләттәренә лә эйә. Төрлө станоктары булғас, өр-яңынан гармун эшләүе лә уға ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. “Яңыраҡ 1964 йылғы, таралып бөткән “хромка”ны тергеҙҙем, музыка ҡоралына яңы һулыш инеп, яңынан уйнап ебәрҙе”, – ти әңгәмәсем. “Тальян”, “Һарытау”, “Хромка” гармундарында, баянда, аккордеонда, ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа ла уйнай белә әңгәмәсем. Гармунда уйнарға ул мәктәпкә барғансы уҡ өйрәнә.
– Мин тыуып үҫкән ауыл бәләкәй генә ине, унда гармунсылар ҙа булманы, ә мин мәктәпкә барғансы уҡ ошо музыка ҡоралында уйнай инем. Әсәйемдең матур йырлауы ла быға йоғонто яһағандыр. Йәштәр, мине санаға ултыртып, клубҡа алып барып, аҙаҡ өйгә кире килтереп ҡуя ине. Уларҙы бейеткәнем хәтерҙә. Туғандар йыйылһа ла, гел өй түрендә булдым. Ҡалҡыуыраҡ урынға ултыртып, гармун тотторалар ине, – тип ихласлап хәтергә алды бала саҡ йылдарын Краснокама оҫтаһы.
Әйткәндәй, гармунсы конкурстарҙа ла һәләтен һынап ҡараған. Яңауылда уҙғарылған республика конкурсында яуланған дипломдары ошо хаҡта һөйләй.
Һис ҡасан тик ултырырға яратмаған Фирҙәүес Барый улының үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәренең иге-сиге юҡ. Сувенирҙары артыҡ күбәйә башлағас, хатта айырым бер бүлмәгә урынлаштырған. Уларҙы байрамдарға мәктәп уҡыусыларына бүләк итергә ярата. Үҙенең эштәре менән күргәҙмәләргә лә йөрөй. Һарытау, Пермь, Ҡазан, Яр Саллы һәм башҡа ҡалаларҙа булған. Үҙенсәлекле эштәренең береһе – кишер орлоғо сәсеү өсөн уңайлы ғына ҡулайлама ла ҡороп ҡуйған.
Ғүмер буйы рәссам-биҙәүсе, ағасҡа һырлап биҙәк яһаусы кеүек һөнәрҙәр буйынса эшләгән Фирҙәүес ағайҙың бөгөн дә ҡулы эшһеҙ тормай.
“Силәгенә күрә – ҡапҡасы” тигәндәй, Рәүилә апай ҙа ихлас әңгәмәсе, ҡул эшенә оҫта хужабикә булып сыҡты. Ул бәйләгән диван, ултырғыс япмаларының һәр береһенең үҙ биҙәге. Уларҙы бер-береһе менән бутау ҙа мөмкин түгел. Ғүмер буйы нефть һәм газ сығарыу операторы булып эшләгән ханым, хаҡлы ялға сыҡҡас, ауыл клубы мөдире булып эшкә урынлаша. Был бурысты ла бик ихлас башҡара. Олоғайырға ваҡыттары юҡ Ғәниевтәрҙең, һаман ауылдаштарының тормошон биҙәп, йәмләп ғүмер итәләр. Йыр-моң, гармун – бөгөн дә уларҙың тоғро юлдашы. Әйткәндәй, йәшлектәрендә лә уларҙы тап гармун таныштыра.
– Фирҙәүес менән ике туған ағайымдың туйында осраштыҡ. Ул ағайымдың өйөн һалып биргән булған, ә туйға гармунсы итеп саҡырғандар. Мин Дүшәмбе ҡалаһында эшләп йөрөгән сағымда ялға ҡайттым. Элек бейеү түңәрәгенә йөрөгәс, матур ғына бейей ҙә инем. Шунда Фирҙәүестең гармунына бейеп, бер-беребеҙ менән танышып киттек. Бергә ғүмер итеүебеҙгә – 43 йыл. Уртаҡ уйлы, бер маҡсатлы булып донъя көтәбеҙ. Хәҙер уның һүҙен – мин, минең һүҙҙе ул һөйләй. Йәшәй-йәшәй бер бөтөнгә әүерелдек, – тип йәшлек йылдарын да хәтергә алды Рәүилә Ғаффан ҡыҙы.
“Мин Рәүиләне бейетеп ҡарап алдым. Иң элек оҫта бейеүе менән күңелемде арбаны”, – тип йылмайып һүҙгә ҡушылды ғаилә башлығы ла.
Йөрәктәре яңылышмай уларҙың. Матур ғаиләлә ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар балаларын да тормошҡа яраҡлаштырып, хеҙмәткә өйрәтеп үҫтергән, шуға ла донъя көткәндә лә юғалып ҡалмайҙар.
– Әле лә хәтерҙә, бер мәл бесәндән ҡайтыуыбыҙға туғыҙ йәшлек улыбыҙ, туҡмас йәйеп, аш бешереп ҡуйғайны. Эштән арып ҡайтып, шул тиклем тәмле итеп ашағаныбыҙ бер ҙә онотолмай. Ә ҡыҙыбыҙ 10-11 йәштә икмәк һала ине. Хәҙер тормош көткәндә үҙҙәренә еңел, нимәгә тотонһалар ҙа ҡулдарынан килә, – тип һөйөнә атай менән әсәй.
Хеҙмәт яратҡандар был тормошта һис ҡасан юғалмай. Краснокама районында йәшәүсе Ғәниевтәр ғаиләһенең дә уңыш сере тап ошонда бит.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА