Бөгөн, 24 декабрҙә, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында булды.
Улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Скульптура композицияһы Республика көнөндә - 2022 йылдың 11 октябрендә асылғайны. Монументаль комплекс 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәм Тыуған иле өсөн ғүмерен биргән барлыҡ ватандаштарыбыҙға арналған.
Күптән түгел, 20 декабрҙә, Өфөнөң Совет майҙанынан Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөткән өсөнсө башҡорт батальоны махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Фото: glavarb.ru