Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2022, 23:00

Бындағы хеҙмәткәрҙәр ҙур проекттар өсөн яуаплы

Денис Мантуров менән Радий Хәбиров - Республикаға идара итеү үҙәгендә.

Бындағы хеҙмәткәрҙәр  ҙур проекттар өсөн яуаплы
Бындағы хеҙмәткәрҙәр ҙур проекттар өсөн яуаплы

Бөгөн, 24 декабрҙә, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә булды, унда "Фармстандарт-ӨфөВИТА" предприятиеһының яңы производствоһына старт бирҙе.

Сафҡа индереү тантанаһы алдынан ҡунаҡтар Республикаға идара итеү үҙәгендә кире бәйләнеш блогы коллективы менән аралашты. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская ике федераль - "Инцидент менеджмент" һәм Кире бәйләнеш платформаһында эшләүсе үҙәк командаһы тураһында һөйләне.

Унда халыҡты борсоған проблемалар теркәлә, уларҙы райондарҙа һәм министрлыҡтарҙа тикшерәләр. Эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн бында республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау министрлығы, Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре саҡырылған.

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев менән Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Республикаға идара итеү үҙәгендә ҡулланылған мәғлүмәт панелдәренең эшләү принциптарын күрһәтте. Улар хаҡтарҙы билдәләү, экспорт һәм импорт, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса мәғлүмәттәрҙе сағылдыра.

- Башҡортостанда халыҡ менән кире бәйләнеш яҡшы булдырылған. Был халыҡтың ихтыяждарын билдәләргә һәм тиҙ арала яуап бирергә мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров Республикаға идара итеү үҙәге эшмәкәрлегенең төбәкте үҫтереү өсөн мөһим булыуын билдәләне.

- Үҙәктең эш һөҙөмтәләре менән танышыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Республикала йәшәүсе һәр кешегә барып етеү, уға нимә кәрәклеген ишетеү, ошо һорауҙар өҫтөндә эшләү - мөһим бурыс, - тине Денис Мантуров. - Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең төп асылы шунда - халҡыбыҙға уңайлы тормош тәьмин итеү. Башҡортостан Республикаһы өлгөһө был йәһәттән бик уңышлы.

Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәгендә урынлашҡан республиканың Хәл-торош үҙәгендә булды. Үҙәк эксперты Лилиана Дауытова әйтеүенсә, белгестәр халыҡтың бөтә көнүҙәк мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәрен эшкәртә. "Беҙ коронавирус пандемияһы осоронда эшләй башланыҡ. Дауаланыу, административ, диагностик йүнәлештәрҙә ярҙам күрһәттек. Хәҙер иһә профилебеҙҙе киңәйттек һәм амбулатор-поликлиника дауалауы, мобилизацияланғандарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләре буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ", - тип һөйләне Лилиана Дауытова.

Хәл-торош үҙәген булдырыуҙың төп маҡсаты – кешеләрҙе ул саҡта өйрәнелмәгән сир - коронавирус менән яңғыҙ ҡалдырмау ине, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

- Беренсе этапта беҙ 100 операторҙы саҡырҙыҡ. Был ваҡытта кешеләр, температура күреп, паникаға бирелә ине. Бында шылтыратып иһә, улар кәрәкле ярҙам алды. Белгестәр, шылтыратыуҙарға яуап биреүҙән тыш, ентекле консультациялар бирҙе, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республикаға идара итеү үҙәгендә Денис Мантуров менән Радий Хәбиров Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы һәм Стратегик асыштар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Ике институт та инвесторҙар йәлеп итеү өлкәһендәге ҙур проекттар өсөн яуаплы. Атап әйткәндә, Үҫеш корпорацияһы "Алға" махсус иҡтисади зонаһын, республиканың биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе һәм башҡа өҫтөнлөклө майҙансыҡтарҙы үҫтереү өсөн яуап бирә. Ә Стратегик асыштар үҙәге проекттарҙы ойоштороу, методик яҡтан оҙата һәм төбәктең инвестиция эшмәкәрлеге инструментарийын формалаштыра.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: