Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2022, 14:00

Мәскәү Башҡортостан халҡын көтә

Яңы йыл байрамдарында Рәсәйҙең баш ҡалаһы ҡунаҡтарға сағыу тәьҫораттар бүләк итәсәк.

Мәскәү  Башҡортостан халҡын көтә
Мәскәү Башҡортостан халҡын көтә

31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем Мәскәүҙә төрлө саралар ойошторола. Боҙ майҙансыҡтары, ҡышҡы күргәҙмәләр, театр тамашалары, Яңы йыл маршруттары, баш ҡала парктары буйлап йөрөү һәм башҡа байрам тантаналары үтәсәк – исемлекте һанап бөтөү мөмкин түгел. Балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен фестивалдәр, йәрминкәләр, зоопарктар, һырғалаҡтар көтә. Иң йәш тамашасылар өсөн баш ҡалала театрлаштырылған тамашалар, тылсымлы шыршылар ойоштороласаҡ. Ә әүҙем ял итергә яратыусылар баш ҡаланан алыҫ түгел тау саңғыһы клубтарында рәхәтләнеп ял итә аласаҡ.

Һеҙгә Мәскәүҙә булырға тейешле иң шәп биш Яңы йыл тамашаһын тәҡдим итәбеҙ.

  1. Төҫлө бульварҙағы циркта "Һандыҡтан икәү" шоуы. Был – дрессировкаланған йәнлектәрҙең һөнәрҙәрен тәҡдим иткән һәм әкиәт рухын бүләк иткән Яңы йыл программаһы. Тамашасылар рус халыҡ әкиәттәренең яратҡан геройҙары менән осрашасаҡ, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙан бүләктәр аласаҡ.
  2. Татьяна Навканың "Шәхерезаданың мөхәббәт тарихы" музыкаль-театр боҙ шоуы. Тамашасыларҙы күңелле тамаша - фигуралы шыуыу, көнсығыш хореографияһы һәм юғары технологиялар симбиозы көтә.
  3. Петр һәм Павелдың Кафедраль соборында "Щелкунчик" тамашаһы. Халыҡ-ара конкурстар лауреаттары билдәле балеттан өҙөктәрҙе төрлө музыка ҡоралдарында - соборҙың тарихи органында, заманса электр органында һәм фортепиано менән дуэтта башҡарасаҡ.
  4.  "Ҡайнар йөрәк мөғжизәһе" Раштыуа әкиәте - Ҡотҡарыусы Христос ғибәҙәтханаһында. Музыкаль спектакль Рәсәйҙең иң ҙур ғибәҙәтханаһында Яңы йыл алдынан ҡуйыла, сеанстар Раштыуаға тиклем дауам итә.
  5. "Ҡарбабайҙар мәктәбе" Яңы йыл әкиәт шоуы "Мәскәү" концерт залында үтә. Ул әкиәти Дедморозовка ауылы халҡының тылсымлы тарихы, уларҙың мауыҡтырғыс сәйәхәте, яуызлыҡты еңеү һәм үҙҙәренең хыялдарын тормошҡа ашырыу тарихы тора. Әкиәт авторҙары - балалар яҙыусылары Андрей Усачёв һәм Антон Березин.

Яңы йылдың мөғжизәле Мәскәүе Башҡортостан ҡунаҡтарын көтә. Түбәндәге һылтанма буйынса күберәк мәғлүмәт менән таныша алаһығыҙ: https://discovermoscow.com/.

Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.

Мәскәү  Башҡортостан халҡын көтә
Мәскәү  Башҡортостан халҡын көтә
Мәскәү  Башҡортостан халҡын көтә
Мәскәү  Башҡортостан халҡын көтә
Мәскәү  Башҡортостан халҡын көтә
Мәскәү Башҡортостан халҡын көтә
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: