Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2022, 13:30

Мәскәүҙән һуң икенсе урындабыҙ

Махсус хәрби операция үткәреүгә индергән өлөшөбөҙ билдәләнде.

Мәскәүҙән һуң икенсе урындабыҙ
Мәскәүҙән һуң икенсе урындабыҙ

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин шәхси сәхифәһенә сираттағы яҙмаһын ҡуйҙы.

"Трансформация йылы: Рәсәй төбәктәрендә социаль-иҡтисади йомғаҡтар" тигән доклад донъя күргән, унда Башҡортостан махсус хәрби операция үткәреүгә индергән өлөшө буйынса Мәскәүҙән һуң икенсе урынды биләй.

Алдынғы төбәк булыу еңел түгел, республика Хөкүмәтендә социаль-иҡтисади сәйәсәтте ҡайтанан ҡаранылар һәм иҡтисади үҫеш динамикаһын һаҡлап ҡалырлыҡ баланс таптылар.

Яҙҙан Башҡортостан ЛНР һәм ДНР-ға инфраструктураны тергеҙеү өсөн гуманитар ярҙам ебәрә башланы, Красный Луч ауылын шефлыҡҡа алды. Ирекмән-табиптарҙың эшен ойошторҙоҡ, урындағы медиктарға ярҙам итеү өсөн даими бригадалар ебәрелә.

Доброволецтар батальондарын төҙөүҙә ярҙам күрһәттек. Тәүҙә геройҙарыбыҙ Шайморатов, Доставалов исемдәгеһен. Үткән аҙнала Салауат Юлаев исемендәге батальон махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Мобилизация процесы һөҙөмтәле үтһен өсөн Оборона министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттек.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренең реестрын төҙөнөк. Яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында яңы продукция етештергән предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Яңы саҡырыуҙар илдәге хәлгә йоғонто яһаны. Ваҡыт иһә республиканың уларҙы үтәй алыуын күрһәтә", - тип яҙҙы М. Забелин.

Фото Максим Забелиндың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: