Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2022, 13:45

Медицина учреждениеларына - яңы бурыс

Улар "Бәйләнештә" һәм "Класташтар" социаль селтәрҙәрендә сәхифә булдырырға һәм уның эшен тейешенсә алып барырға тейеш.

Медицина учреждениеларына - яңы бурыс
Медицина учреждениеларына - яңы бурыс

2022 йылдың 1 декабрендә 8-се Федераль закондағы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде, уларға ярашлы дәүләт ойошмалары, шул иҫәптән медицина учреждениелары "Бәйләнештә" һәм "Класташтар" социаль селтәрҙәрендә сәхифә булдырырға һәм алып барырға, уларҙы Дәүләт хеҙмәттәре ярҙамында раҫларға, сәхифәне Дәүләт поликлиникаһы системаһына тоташтырырға ла аҙнаһына кәмендә дүрт үҙенсәлекле мәҡәлә яҙырға тейеш.

Башҡортостанда социаль селтәрҙә 2022 йылдың 20 декабренә 65 медицина учреждениеһы дәүләт ойошмаһы статусын раҫланы.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында төбәктең баш табиптары һәм поликлиникалары өсөн ойошторолған семинарҙа министр Айрат Рәхмәтуллин менән бергә медицина учреждениеларының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре, шулай уҡ баш табиптар менән таныштырҙылар.

"Социаль селтәрҙәге дәүләт ойошмаһы төркөмдәре кире бәйләнеш һәм халыҡҡа мәғлүмәт еткереү өсөн мөһим ресурс булып тора. Беҙҙең медицина учреждениелары, баш табиптар әүҙем рәүештә үҙҙәренең сәхифәләрен асты, төркөмдәр булдырҙы. Унда файҙалы материалдар урынлаштырыла, кәңәштәр бирелә, ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәләр. Халыҡтың тиҙ арала формаль булмаған яуап алыуы мөһим", - ти Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Рәсәй Федерацияһының һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Олег Качановтың әйтеүе буйынса, власть органдарының интернетта булыуы - ихтыяж.

Федераль закондың Рәсәй субъекттары кимәлендә үтәлеше өсөн яуаплы итеп төбәктәр менән идара итеү үҙәктәре тәғәйенләнгән. Улар ике йыл инде власть органдарының пабликтарын Кире бәйләнеш платформаһына тоташтырыу буйынса эш алып бара, белем биреү семинарҙары үткәрә һәм субъект хакимиәттәре менән бергә дәүләт пабликаларын үҫтерә. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге дәүләт төркөмдәрен булдырыуҙан алып уларҙы үҫтереүгә тиклем бөтә этаптарҙа ла методологик ярҙам күрһәтә.

"Дәүләт төркөмдәрендә, ҡаланың көнүҙәк яңылыҡтарынан тыш, кешеләр мөрәжәғәттәр ҙә яҙа ала. Тиҙҙән аныҡ дәүләт хеҙмәттәре алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк", – тип билдәләне "Диалог. Төбәктәр" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Андрей Цепелев.

Фото: cdn-st1.rtr-vesti.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: