Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2022, 10:30

Ватаныбыҙҙың хоҡуҡи нигеҙен һаҡлайыҡ!

Андрей Назаров республика халҡын Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы.

Ватаныбыҙҙың хоҡуҡи нигеҙен һаҡлайыҡ!
Ватаныбыҙҙың хоҡуҡи нигеҙен һаҡлайыҡ!

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:

"Бөгөн республикабыҙҙың, тыуған төйәгебеҙҙең заманса йөҙөн һәм үҫеш динамикаһын билдәләгән төп законы - Башҡортостан Конституцияһын ҡабул итеүгә 29 йыл. Уның тәүге проекттары 1990 йылда уҡ тикшерелә башлай. Был ауыр, әммә ысын мәғәнәһендә демократик процесс. Өс йыл эсендә төплө уйланылған һәм балансланған документ әҙерләнгән, уның ҡайһы бер эштәрен федераль коллегалар ҙа файҙаланды.

Республиканың Төп законының роле йыш ҡына баһаланмай. Ә бит ул закондар сығарыу базаһын формалаштырыу нигеҙе булып тора, үҙендә Башҡортостанға ауыр 90-сы йылдарҙы лайыҡлы үтергә, баҙар иҡтисадына күскәндә йәмғиәтебеҙгә ярҙам күрһәтергә, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн база булдырырға мөмкинлек биргән ҙур социаль гарантиялар комплексын нығыта.

Йылдар үтеү менән республиканың Төп законы һиҙелерлек үҙгәрә. Ил бик йылдам алға бара, ошо нигеҙҙә үҫеш маҡсаттарына һәм бурыстарына төҙәтмәләр индерелде, был Конституция үҙ маҡсаттарына, бурыстарына тоғро ҡалһын өсөн үтә мөһим. Һуңғы үҙгәрештәр былтыр булды - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республика халҡына өҫтәмә социаль гарантиялар беркетелде, шулай уҡ республика халыҡтарының мәҙәниәтен, йолаларын, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға, нығытыуға айырым иғтибар бүленде. Тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау, Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеү конституцион нығыныу алды.

Хөрмәтле яҡташтар! Беҙ бик ҡатмарлы, ысынлап та, тарихи заманда йәшәйбеҙ. Илебеҙҙең, донъяның, тыуған төйәгебеҙҙең һәм һәр ҡайһыбыҙҙың киләсәге хәл ителә. Барыбыҙҙы берләштергән берҙәмлек һәр ваҡыттағыса мөһим. Башҡортостан Конституцияһы бөгөн дә ҡиммәтле хоҡуҡи йүнәлеш булып тора, төрлө ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика үҙ үҫешен уға таянып дауам итә. 2023 йыл бәләкәй Ватаныбыҙ өсөн Файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде - төйәгебеҙҙең сәскә атыуына бергәләп булышлыҡ итәсәкбеҙ. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән! Туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы, Ватаныбыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото А. Назаровтың сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: