Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2022, 19:00

"Нисәү осто - шулай ҡайтығыҙ, оҙатҡан ҡоштарыбыҙ!.."

Асҡын районы Ҡашҡа ауылы ҡатын-ҡыҙҙары изге теләктәрен әйтә-әйтә хәрби хеҙмәттәге ир-егеттәребеҙгә ойоҡ-бейәләй бәйләй.

"Нисәү осто - шулай ҡайтығыҙ, оҙатҡан ҡоштарыбыҙ!.."
"Нисәү осто - шулай ҡайтығыҙ, оҙатҡан ҡоштарыбыҙ!.."

Асҡын районы Ҡашҡа ауылының дәртле, ғәмле ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт тормошонда ихлас ҡатнаша. Хәрби бурыстарын үтәргә киткән ир-егеттәребеҙгә ярҙамдан да ситтә ҡалмай улар.

Бына әле лә яугирҙәргә ебәрергә тағы ла алты пар йылы ойоҡбаш һәм бейәләй бәйләп әҙерләп ҡуйғандар. Был хаҡта ауылдың "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә яҙма ҡуйҙылар.

"Йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып эшләгән әйберҙәр һалдаттарыбыҙға ярҙам булһын һәм дәрт бирһен. Донъялар тынысланып, яугирҙәребеҙ имен-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтһын!" тип теләй Ҡашҡа халҡы", тиелә унда.

Афарин, ҡашҡалар!

Фото: видеонан скриншот - vk.com/public217813057

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: