Етәксе ҡатын-ҡыҙҙар вазифаны нисек башҡара? Был йәһәттән фекерҙәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында "Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе" телевизион марафонында ҡатнашҡанда уртаҡлашты.
"Етәкселектә ҡатын-ҡыҙ яҡшы, тик бында сама булырға тейеш, сөнки идара итеү эшенең үҙенсәлектәре бар. Беҙҙә ике район башлығы ҡатын-ҡыҙ – Зөһрә Гордиенко һәм Гүзәл Насирова. Уларҙың эшенән ҡәнәғәтбеҙ. Аңлау өсөн: башлыҡ күпмелер ваҡыт тотороҡло эшләргә тейеш. 2019 йылдан бирле уларҙың 75 процентын алмаштырҙыҡ. Иң мөһиме - кешелек сифаттарына эйә булыу. Әлбиттә, бындай эштә тик ир-атҡа хас нәмәләр бар. Мобилизация әҙерлеге йәки граждандар оборонаһына идара итеүсе ҡатын-ҡыҙҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҡалған өлкәләрҙе – кадрҙар, финанс, иҡтисад, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр – уларға ышанып тапшырырға мөмкин. Әйткәндәй, беҙҙә хәҙер Ирина Александровна торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡара. Ғәйәт тотороҡло, намыҫлы кеше, уға һәр ваҡыт ышанам, сөнки һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләй", – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты республика Башлығы.
Сығанаҡ: "Башинформ".