Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2022, 22:30

"Яу ғына тамамланһын - шундай ризыҡтар бешерермен!"

Бөгөнгө эфирҙа Радий Хәбиров нимә тип һүҙ бирҙе?

"Яу ғына тамамланһын - шундай ризыҡтар бешерермен!"
"Яу ғына тамамланһын - шундай ризыҡтар бешерермен!"

Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы "Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе" телевизион марафонында ҡатнашҡанда алып барыусылар республика етәксеһенән былау әҙерләүҙең берәй сере бармы икәне менән дә ҡыҙыҡһынды.

"Бер ниндәй сере лә юҡ. Барыһы ла сама менән булырға тейеш, шул ғына. Кәрәгенсә ит, май, тәмләткестәр, дөгө, шулай уҡ ваҡыт менән уттың ярашыуы. Быны хатта интеллектуаль процесс тип атар инем. Минән бер саҡ, хәҙер ашарға әҙерләмәйһегеҙме әллә, тип һоранылар. Әҙерләйем. Тик хәҙер был урынһыҙ һымаҡ: мин ашарға бешерәм, ә егеттәребеҙ – яуҙа. Бына барыһы ла тамамланһын, ул сағында инде шундай ризыҡтар бешерермен!" – тип һүҙ бирҙе Радий Хәбиров.

Мәғлүмәт: "Башинформ".

Фото: primemeat.ru

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас