Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2022, 14:30

Аҡсаны бөтәһе лә тиерлек алған

"Тапшырылған ғаризалар буйынса 100 процентҡа эш башҡарылды. Бер нисә генә кеше ҡалды, улар – әлегә ғариза биреп өлгөрмәгәндәр", – тине министр.

Аҡсаны бөтәһе лә тиерлек алған
Аҡсаны бөтәһе лә тиерлек алған

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә яугирҙәребеҙгә күрһәтелгән ярҙам мәсьәләһе ҡаралды. Һүҙ Радий Хәбиров указы менән булдырылған Яңы йыл байрамына мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелгән 20-шәр мең һумлыҡ түләү тураһында бара. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, тапшырылған ғаризалар тулыһынса эшкәртелгән. Тимәк, мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең бөтәһе лә аҡсаны алған.

– Тапшырылған ғаризалар буйынса 100 процентҡа эш башҡарылды. Бер нисә генә кеше ҡалды, улар – әлегә ғариза биреп өлгөрмәгәндәр, – тине министр.

Уның һүҙҙәренсә, аҡса алыу өсөн мобилизацияланғандарҙың яҡындарынан хәрби комиссариаттан ғариза һәм белешмә генә талап ителгән. Республика кешеләре документтарын йышыраҡ Күп функциялы үҙәк һәм Дәүләт хеҙмәттәре аша тапшырған. Радий Хәбиров артабан да махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән эшләргә ҡушты.

– Кешеләр кабинеттарға йөрөмәһен өсөн, процесты яйға һалдыҡ та инде. Мәсьәлә бер-ике төймәгә баҫыуҙа хәл ителергә һәм аҡса төшөргә тейеш, – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: "Бәләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: