Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһе барышында республиканың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам барышы тикшерелде. Башҡортостан өсөн был тәүге тәжрибә, ағымдағы йылда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙамға 116 миллион һум йүнәлтелгән. Аҡса килеү юлдарын, электр менән тәьмин итеү системаларын, эске инфраструктураны ремонтлауға йүнәлтелгән.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, һөҙөмтәлә Өфөлә, Өфө, Иглин һәм Шишмә райондарында 31 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы 10 юл төҙөкләндерелде. Был юлдар 79 ширҡәтҡә барыуҙы тәьмин итә. Бөтә билдәләнгән эштәр күләме тамамланған. Шул уҡ ваҡытта 1600 километр юлдың 20 проценты ғына шәхси милекселәргә ҡарай, шуның 290 километрҙан ашыуы – муниципаль милектә. Шуға бәйле Илшат Фәзрахманов муниципалитеттар өсөн коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдарҙы муниципаль милеккә күсереүҙе ойошторорға һәм ғинуар аҙағынаса 2023 йылда ремонт талап ителгән юлдар исемлеген төҙөргә кәрәклеген билдәләне.
Бынан тыш, 17 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте өсөн 2400 электр энергияһын үлсәү приборы һатып алынған, селтәр ойошмалары инфраструктураны – электр тапшырыу линиялары трансформаторҙарын һәм башҡаларҙы яңыртыуға аҡса һалған.
Радий Хәбиров киләһе йылда ла коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ошондай ярҙам күрһәтеү тәжрибәһен дауам итергә ҡушты. Был маҡсаттарға аҡса эҙләп табыласаҡ. Бынан тыш, бюджеттан тыш финанслау йәлеп итеү планлаштырыла.
– Был беҙҙең тәүге тәжрибә һәм эшебеҙҙе дауам итергә кәрәк. Өмәләр башланғас, кешеләргә үҙ биләмәһен йыйыштырыу, сүп-сарҙы сығарыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итергә кәрәк. Аҙыраҡ тәртип урынлаштырырға кәрәк, күптәренең баҡсаларында ғүмеренең бер өлөшө үтә, оло йәштәгеләрҙең күбеһе йәй йәшәй, был уларҙың һаулығы өсөн бик мөһим, – тип билдәләне республика етәксеһе.
Фото: zvezdochka2.ru